Бөгөн Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Тайып улы Күсимовтың тыуған  көнө 14.02.2015

Ул  1909 йылдың 14 февралендә Әбйәлил районының Күсем ауылында донъяға килгән.

Таһир Күсимов бәләкәйҙән үк ауыр һынауҙар аша үтә. 1928 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына һәм Ҡазанда хәрби мәктәптә белем алғандан һуң, эскандрон командиры булып хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт атлы дивизияһының 1-се полкы командиры итеп тәғәйенләнә. 1943 йылда Днепр йылғаһын кисеп сығыу операцияһында күрһәткән батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. 60-сы йылдарҙа Башҡорт АССР-ның хәрби комиссары була. Уның башланғысы менән һуғыштан һуңғы йылдарҙа 112-се Башҡорт атлы дивизияһының исемен оноттороу сәйәсәтенә нөктә ҡуйыла һәм кавалеристарҙың даны тыуған халҡына ҡайтарыла. Генерал Күсимов ике тапҡыр Ленин һәм Ҡыҙыл Йондоҙ, шулай уҡ Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнгән. Өфөлә ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Уның тыуған ере - Әбйәлил районының Күсем ауылында музей эшләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика