Бөгөн совет ғәскәрҙәре Афғанстандан сығарылыуға - 27 йыл

Бөгөн совет ғәскәрҙәре Афғанстандан сығарылыуға - 27 йыл 15.02.2016

Ошо уңайҙан илдең һәр төбәгендә митингтар, хәтер кисәләре үтте. Ҡанлы һуғышҡа Башҡортостандан 10 меңгә яҡын һалдат алына, уларҙың 343-ө кире әйләнеп ҡайтмай. Афған һуғышы ҡорбандарының хәтерен мәңгәләштергән һәйкәлдәр бөгөн ҡәнәфер сәскәләренә күмелде.

Утты-һыуҙы бергә кискән Афған һуғышы ветерандары өсөн был көн күптәнге дуҫтарҙы, таныштарҙы күреп, хәл-әхүәлде белешеү, үткәндәрҙе иҫкә алыу мөмкинлеге. Ҡурҡыу белмәҫ уҙамандар яуҙаштарын ихлас ҡосаҡлап сәләмләй, улар ысын мәғәнәһендә татыу ғаилә.
Өфөлә үткән митингтарҙың береһе "Ҡайғырыусы әсә" һәйкәле янында ойошторолдо. Сөнки был көн һуғыш ҡурҡыныстарын кисергән яугир-интернационалистарҙың ғына түгел, ғәзиз улдарын юғалтҡандар күңелендә лә тәрән яра ҡалдырған. Әсәләрҙең йөрәк әрнеүҙәре йылдар үтһә лә баҫылмай. Хәрби туғанлыҡ үҙенекен итә, ғәзиздәренең хеҙмәттәштәре улар тураһында онотмай.
Баш ҡаланың Киров районы ла был ҡанлы һуғышҡа 200-ҙән ашыу улын оҙатҡан, уларҙың 6-һы яуҙа башын һала. Афған һуғышы ҡорбандарының хәтерен мәңгеләштереү ниәтендә ике ай элек Кувыкин урамында һәйкәл асыла. Бөгөн уның янына килеүселәрҙең теләге бер - ҡанлы бәрелештәр ҡабатланмаһын.
Афған һуғышы ҡорбандарын иҫкә алыу бөгөн барлыҡ-район-ҡалаларҙа ла үтте. Иглинда мәҫәлән, халыҡ яугир-интернационалистар һәйкәле эргәһенә йыйылды. Тантаналы митинг һәм сәскә һалыуҙан һуң  хәтер көнө мәҙәниәт йортонда дауам итте. Район был ҡанлы һуғышҡа 196 улын оҙата, уларҙың 3-һө кире әйләнеп ҡайтмай. Афған шаңдауы Күгәрсенде лә урап уҙмаған. Райондан интернациональ бурысын үтәргә етмештән ашыу һалдат оҙатыла, уларҙан дүртәүе геройҙарса һәләк була. Иҫән ҡайтҡандарҙың тән яралары уңалһа ла, йөрәктәре әрнеүен дауам итә.
Афған ветерандары донъяла тыныслыҡ урынлашыуы теләй, һуғыштың ни тиклем ҡурҡыныс афәт булыуын улар  яҡшы белә. Ләкин хәрби бурыстарын бер ҡурҡыуһыҙ үтәгән, иптәштәрен ерләгән уҙамандар бер нәмәгә ҡарамаҫтан, батырлыҡтарын юғалтмаған.  Ватан талап иткән осраҡта улар йәнә сил һағына  баҫырға һәр ваҡыт әҙер.

Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика