Бөгөн - социаль хеҙмәткәрҙәр көнө

Бөгөн - социаль хеҙмәткәрҙәр көнө 08.06.2015

Был һөнәр эйәләре  мөмкинлектәре сикләнгән, һаулығы ҡаҡшаған кешеләргә, оло йәштәгеләргә көндәлек  мәшәҡәттәрен еңеләйтергә ярҙам итә. Ябай ғына тойолған эштәрҙе атҡарыу өсөн социаль хеҙмәткәр ярҙамға мохтаж кешене тыңлай белергә,  йылы һүҙен йәлләмәҫкә тейеш. Сөнки был һөнәрҙең төп нигеҙе - кешелеклелек, итәғәтлелек һәм иплелек.

Фәнилә Янбулатова көн һайын Мәмбәт ауылы эргәһендәге  шишмәнән һыу ташый. Көйәнтәләп ярайһы уҡ оҙон юл үтергә кәрәк. Ханым эшен яратып башҡара. Ул ҡараған оло йәштәгеләрҙең күптәренең балалары ла бар, ләкин көн һайын ҡайтып әсәләренә ярҙам итергә мөмкинлектәре юҡ. Шуға ла бар мәшәҡәттәр социаль хеҙмәткәрҙәр елкәһенә төшә.
Ғафури районының Красноусол ҡасабаһынан Гөлфиә Зәйнешева социаль хеҙмәттә ун йылдан ашыу. Эшен яратып башҡара. Был хаҡта уның егерменән ашыу Маҡтау ҡағыҙҙары һөйләй. Тырышлығы «Хеҙмәтендәге  ҡаһарманлыҡ  өсөн» миҙалы менән дә баһаланған.  Гөлфиә Зәйнешева өсөн социаль хеҙмәткәр профессия ғына түгел , ә күңел торошо ла.
Социаль хеҙмәткәрҙәр ололарға һүҙ менән дә, эш менән дә ярҙам итеп, өйҙә тәртип һәм ҡот булдырып ҡына ҡалмай, күңелдәрен тынысландыра, йыуата ла.
Өфө ҡала мәҙәниәт йортона республика ҡала-райондарынан тиҫтәләгән социаль хеҙмәткәр йыйылды. Оло хеҙмәттәре өсөн уларға Башҡортостан һәм Рәсәй исеменән маҡтау ҡағыҙҙары һәм аҡсалата премиялар тапшырылды. Залдағы һәр хеҙмәткәрҙең эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе тормош шарттарына яраҡлаштырыу, уларға иғтибар бүлеү күп көс талап итә.  
Һуңғы йылдарҙа социаль хеҙмәтләндереү бөлгөнлөккә төшә башлағайны. Шуға ла проблеманы хәл итеү өсөн Рәсәйҙә яңы закон ғәмәлгә инде. Уға ярашлы ҡайһы бер социаль учреждениелар төҙөү, хеҙмәтләдереү шәхси ҡулдарға күсте. Яңы закон социаль хеҙмәтләндереүҙең сифатын арттырасаҡ тигән фекерҙә белгестәр.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку