Бөгөн шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө үҙенең тыуған көнөн билдәләй 12.06.2015

1574 йылдың иртә яҙында Ағиҙел йылғаһы менән Ҡариҙел йылғаһы ҡушылған бейек ярымутрауҙа Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалына. Ул тулыһынса хәҙерге «Дуҫлыҡ монументы» урынлашҡан Беренсе май майҙанына һыйған.  Башҡорттар ҡаланы тәүҙә Торатау тип, ә имән стеналар менән уратып алынғас, Имәнҡала тип йөрөтә.
1586 йылдан башлап Өфө ҡәлғәһе ҡала тип атала башлай.

1592 йылда ҡалала 180 ир-ат, шул иҫәптән 150 уҡсы, өс пушканан атыусы йәшәгән. Башҡортостандың күпселек өлөшө Өфө өйәҙенә индерелә, ҡалған ерҙәре Верхо-турье, Ҡазан, Тобольск һәм Төмән воеводаларына буйһондорола. 2007 йылда Өфө-2 ҡаласығы урынында  үткәрелгән археологик ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәһендә бишенсе-ун алтынсы  быуаттарҙа был урында ҡәлғә булыуы асыҡлана. Ҡаҙыныу урынында саман кирбесенән төҙөлгән стена, биҙәнеү әйберҙәре, һауыт-һаба табыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика