Бөгөн Шишмә ҡасабаһында хажи Хөсәйенбәк хәҙрәт мәсете сафҡа инде

Бөгөн Шишмә ҡасабаһында хажи Хөсәйенбәк хәҙрәт  мәсете сафҡа инде 15.11.2014

Иман йортон асыу тантанаһына  район халҡы, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, диндарҙар, төбәктән  сыҡҡан абруйлы кешеләр, район имам-хатиптары һәм  мәсетте һалыуҙа ярҙам күрһәтеүселәр йыйылды.

Ғибәҙәт йортон  асыу тантанаһы аят уҡыуҙан башланды. Байрамға килеүселәр араһында ололар ҙа, йәштәр ҙә күп. Был көндө улар көтөп алған.  Алла йорто ике йыл ярым эсендә төҙөлгән. Изге йорт өсөн  Шишмәнең иң матур урындарының береһе һайланған.  Мәсет асылыуы - дуҫлыҡ, изгелек, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡ байрамына әйләнде. Уны  һалыуға кем күпме булдыра ала, бөтәһе лә ярҙам иткән.  
Мәсеткә  хажи Хөсәйенбәк хәҙрәт исеме бирелгән.   Хөсәйенбәк - диндар кеше булған. Урта Азиянан килеп,  төбәктәге халыҡҡа дин йолаларын, ғибәҙәт ҡылыу тәртиптәрен  өйрәткән. Бында уның кәшәнәһе лә бар. Йыл һайын Шишмә районында уның исемендәге уҡыуҙар ҙа  үтә. Тап шул йыйындарҙың береһендә киләсәктә мәсет төҙөү идеяһы күтәрелә.  Изге ниәт Хоҙайҙың ҡушыуында бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ғәмәлгә ашырыла.
Боронғолар һөйләүенсә, ҡасабала манаралары ҡолатылғанға тиклем өс мәсет булған. Дингә ҡайтыу башланғас  1998 йылда  иман йорто сафҡа ингән.  
Ике манаралы яңы  мәсет ҙур, яҡты. Ул  тыштан да, эстән дә балҡып тора.  Байрамға килеүселәр  намаҙға үтте. Уны Тәлғәт Тажетдин үҙе уҡыны.
Бинаның эске яҡтан  стеналарын,  көмбәҙен  Урта Азия оҫталары эшләгән. Ул   Хоҙайҙың  исемдәре, Ҡөръән сүрәһе менән биҙәлгән.  Йорттоң беренсе ҡаты - ир-аттар, икенсеһе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән. Хәҙер бында ислам дине нигеҙҙәре буйынса дәрестәр, дини йолалар үткәреләсәк.
Тантанаға  килеүселәргә байрам ашы таратылды. Көндөң ҡояшлы тороуы сараға  тағы ла йәм өҫтәне. «Иманлы халыҡ йәшәгән төбәктән бәрәкәт китмәҫ» тигән һүҙҙәр әйтелде  шатлыҡлы осрашыуҙа. Алла йортоноң ишектәре һәр кем өсөн асыҡ. Мәсеткә  килеүселәр  ғибәҙәт ҡылып, йәненә рәхәтлек алып ҡайтыр.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку