Бөгөн «Руссинвест»ҡа аҡсаһын тапшырып, унан ҡолаҡ ҡаҡҡан тағы 10 кеше тураһында билдәле булды 08.10.2014

Өфөнөң Октябрь проспекты буйынса 8-се йортта урынлашыусы ойошма финанс пирамидаһы схемаһы буйынса эшләгән.

«Руссинвест» халыҡҡа бик отошло шарттарҙа вклад асырға тәҡдим иткән. Ай һайын 15 процент килем вәғәҙәләгән. Әлбиттә, ымһындырғыс шарттар йөҙләп кешене ҡыҙыҡһындырған, уларҙың күбеһен пенсионерҙар тәшкил итә. Бәләкәй сумма индереп, ярты йыл процент алғандан һуң, мутлашыусыларға ышанып бар аҡсаһын сығарып һалыусылар ҙа бар. Хәҙер улар мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләй. Зыян күреүселәрҙең бер өлөшө бөгөн Ҡала советы туҡталышында йыйылды. Улар үҙҙәре кеүек алданыусыларҙы эҙләй, исемлек төҙөй. Әлегә улар 180 кешенән ашыу. Күрелгән зыян күләме лә төрлө - 30-50 меңдән алып бер нисә миллионға тиклем. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика