Бөгөн республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәр уҙған йылға йомғаҡ яһап, ағымдағыһына бурыстар билдәләне 29.01.2016

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уларға юл ҡуймау буйынса берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан территориаль бүлеге  йыйылышында министрлыҡ-ведомство етәкселәре ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.

2015 йылда республикала  4 132 янғын осрағы теркәлгән. 285 кешенең, шул иҫәптән 13 баланың ғүмере өҙөлгән. Ике меңдән ашыу кеше ҡотҡарылған. Был һандар уҙған йылдар менән сағыштырғанда, кәмерәк. Шулай ҙа ҡыҙыл әтәс аяуһыҙ. Һуңғы айҙарҙа  Иглин районында ике, Ғафури районында өс баланың, Бөрөлә биш кешенең ғүмере өҙөлдө.  Ошондай аяныслы хәлдәр янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлмәүе тураһында һөйләй. Урындарҙа был тәңгәлдә аңлатыу эштәре алып барыу, техник етешһеҙлектәр булһа уларҙы бөтөрөү кәрәклеге маҡсат итеп ҡуйылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика