АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Сапсындырып суйын саптарын
Әйҙә киттек Салауат һәйкәленә! Унда нишләйбеҙ һуң? Салаваться будем, тип шаярта хәҙерге йәштәр. Ләкин был  шаяртыу ҙа Салауат Юлаев һәйкәленең ни тиклем популяр урын булыуына ишара. Ысынлап та, батырыбыҙ һәйкәле янында барлыҡ тойғолар баш ала. Рух та, сәм дә, ғорурлыҡ, илһөйәрлек, шул уҡ мөхәббәт тә.
19 / 11 / 2017 262
АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Дүшәмбе Чечен республикаһына Сүриәнән махсус авиарейс ҡайтты
Борт Рәсәйҙә тыйылған ислам дәүләте менән һуғыш барған сит илдән ҡырҡтан ашыу ҡатын-ҡыҙ һәм балаларҙы алып ҡайтты. Улар барыһы ла беҙҙең ватандаштар. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар һәм сабыйҙар. Ҡасандыр радикаль дин тәьҫиренә бирелеп  һуғышта һәләк булған яҡташтарыбыҙ ғаиләләре.
19 / 11 / 2017 214
АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа бәйле тағы бер халыҡ яратҡан урын барлыҡҡа киләсәк
Батырыбыҙҙың тыуған төйәгендә уның ауылы тергеҙеләсәк. Йәшәү өсөн түгел, этнотуризмды үҫтереү маҡсатында. Проект авторҙары уны мөмкин тиклем боронғо оригиналға  оҡшатып эшләргә уйлай. Килгән ҡунаҡтар башҡорттоң көнкүреше менән танышып ҡына ҡалмай, үткәндәргә сәйәхәт ҡыла ала.
19 / 11 / 2017 165
АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Быйыл Истанбулда үткән бөтә донъя умартасылар йыйынында Башҡортостан үҙен планетаның баллы йөрәге булараҡ танытты
Дөрөҫ беҙҙең бал иң татлыһы, шифалыһы. Ләкин йөрәк булғас бит тотош организмды, йәғни донъяны бал менән тәьмин итергә тейеш. Әлегә, Башҡортостан һатыуға сығарырлыҡ ун мең тонна тирәһе татлы ризыҡ етештерә. Умартасыларға донъяуи баҙарға киңерәк сығыу өсөн бер-нисә кәртә ҡуйылған.
19 / 11 / 2017 257
АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Киләһе йылдан уҡыу йортон тамамлап төпкөлдәргә эшкә ҡайтыусыларға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк
Быға тиклем эшкә ҡайтыусыларҙы дәртләндереү аҡсалары биреү - бирмәүҙе хужалыҡ йә предприятие үҙе хәл итә ине. Ә быныһы инде хөкүмәттең мотлаҡ финанс ярҙамы. Һөнәрселек училищеларын тамамлауыслар өс йөҙ мең һум алһа, юғары уҡыу йортон тамамлап ауылға эшкә ҡайтыусылар ярты миллион һум аҡса аласаҡ.
19 / 11 / 2017 207
АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Тураһын әйткән...
Уттан ҡасып, һыуға төшкән. Йәмғиәттә яңы хеҙмәт-антиколлекторҙарҙың барлыҡҡа килеүен шулай аңлатырға мөмкиндер. Кредиты түләй алмай бурысы барлыҡҡа килгәндәрҙе гүргә индерә яҙып ыҙалатҡан коллекторҙарҙы закон менән ауыҙлыҡлағайнылар антиколлекторҙар барлыҡҡа килде. Йәнәһе лә улар халыҡ мәнфәғәтендә эшләй. Ә ысынында нисек һәм улар ниндәй эш алымдары ҡуллана? Һорауға яуапты Гүзәл Ситдиҡова эҙләне.
19 / 11 / 2017 228
Аҙна яңылыҡтары. Дайджест
Башҡортостан башлығы Указы менән Марат Шәрәфетдинов республиканың урман хужалығы министры итеп тәғәйенләнде. Марат Искәндәр улы Йәрмәкәй районында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1991 йылда кирбес заводында башлаған. Һуңғы ете йылда ул төбәктең урман хужалығы министры урынбаҫары булып эшләгән.
19 / 11 / 2017 184
Фольклориада ҡунаҡтары башҡорт халҡының милли-мәҙәни ҡомартҡылары менән танышасаҡ
2020-се йылда Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара сарала ҡатнашыусыларға халҡыбыҙҙың боронғо милли кейем, биҙәү әйберҙәре  күрһәтеләсәк.
18 / 11 / 2017 192
Йыл һайын ноябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә юл ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләнә
Был дата Берләшкән милләттәр ойошмаһының Генераль ассамблеяһы ҡарары менән 2005 йылдың октябрендә булдырыла.
18 / 11 / 2017 161
Йәнһүрәттәр-тормош сағылышы
Бөгөн Өфөлә «Башмульт» йәнһүрәттәр фестивалендә еңеүселәрҙе бүләкләү  тантанаһы үтте.
18 / 11 / 2017 228
Бөгөн ҡыш бабайҙың тыуған көнө
Тылсым эйәһе байрамын Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһы пациенттары менән дә ҡаршыланы. Дауаланыусы бәләкәстәр һәм үҫмерҙәр ҡыш бабайға һүрәт төшөрөү, шиғыр ятлау буйынса оҫталыҡтарын күрһәтеп, бүләктәр алды. Иң мөһиме ҡыҙҙар-малайҙар яңы йыл алдынан үҙ теләктәрен хатҡа яҙып һалды.
18 / 11 / 2017 177
Өфөлә беренсе тапҡыр цирк-шапито өсөн ҙур шатер төҙөлә
Ҡыш көндәрендә лә үҙ тамашасыһын ҡабул итә алырлыҡ уникаль ҡоролмала барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырыласаҡ. Әле хеҙмәткәрҙәр тимерҙәрҙәрҙе йыйыу менән мәшғүл, яҡын көндәрҙә ҡаҙанлыҡ ҡуйылып аренаны йылытырға тотонасаҡтар.
18 / 11 / 2017 174
Бәләбәй ҡалаһында башанғыс синыфтар өсөн 550 урынлыҡ мәктәп файҙаланыуға тапшырылды
Белем усағы элекке училище бинаһында урынлашҡан. Төҙөкләндереү эштәре бер йыл дауам иткән. Проект моно ҡалаларҙы үҫтереү программаһына ярашлы тормошҡа ашырылған.
18 / 11 / 2017 201
Ҡала электр транспорты идаралығы 20-се ноябрҙән яңылыҡ индерә
Киләһе дүшәмбенән Өфөлә трамвай һәм троллебустарҙа юл йөрөү өсөн банк карталары менән иҫәпләшергә мөмкин буласаҡ. Идаралыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, яңы алым ҡала электр транспортында уңайлыҡтар булдырыу йәһәтенән индерелгән. Юл йөрөү өсөн билет хаҡы 18 һум буласаҡ.
18 / 11 / 2017 180
Йәш белгестәргә дәртләндереү сараһы
Дүртөйлө районы Киров исемендәге  ауыл хужалығы предприятиеһына яңы эшкә килеүселәр торлаҡ менән тәьмин ителә. Йорт тулыһынса бушлай бирелә. Хеҙмәткәргә  тырышып эшләргә генә ҡала.
18 / 11 / 2017 159
Бәхетле ҡартлык төшөнсәһе бөгөн дә үҙ актуаллеген юғалтмай
Йәшлек нисек тә үтә, ә бына олоғайған көндә тыныслыҡ кәрәк тигәндәргә дәүләт ҡарттар йорто кеүек учреждениелар асып ярҙам итә.  Күптән түгел Баймак районында ҡайтанан асылған ошондай социаль йортта 80 йәшен тултырған Ҡәмәриә Салауатованың юбилей байрамын үткәрҙеләр. Тыуған ауылы менән бәйләнешен өҙмәгән инәйҙе биләмә етәкселеге  лә килеп ҡотланы.
18 / 11 / 2017 233
Башҡортостан рәссамдарының эштәре күсмә күргәҙмә менән «Планета» сауҙа үҙәгендә
Бөгөн сараны асыу тантанаһы үтте. Күргәҙмәлә Әхмәт Лотфуллин, Ҡасим Дәүләткилдиев, Борис Домашников һәм башҡа рәссамдарҙың 18 картинаһының  репродукцияһы тәҡдим ителгән. Сараны йоштороусылар сауҙа үҙәгенә килеүселәргә йыр- моң да бүләк итте. Проект Михаил Нестерев исемендәге Башҡортостан дәүләт музейы һәм  бағыусылар ярҙамында тормошҡа ашырылған.  
18 / 11 / 2017 163
Өфө - шотланд бейеүҙәрен башҡарыу мәккәһе
Республикала беренсе тапҡыр Шотланд бейеүҙәре  буйынса халыҡ-ара конкурс үтә. Унда Өфө, Санкт-Петербург, Пермь, Түбәнге Новгород  ҡалаларынан килеүсе конкурсанттар көс һанаша.
18 / 11 / 2017 165
Ғәйеплеһең, бурысыңды үтәй алмағанһың икән яуап бир, эшләй алмайһың икән вазифаңды бушат
Кадрҙар сәйәсәте, етәкселәр алдында торған төп талаптар  тураһында Республика башлығы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ағзалары менән осрашыуҙа белдерҙе. Йәмәғәт көстәрен туплаған, фекерҙәштәрҙе берләштергән был ойошма 6 йыл  эшләп килә, әле ул  бөтә ил буйынса иң көнүҙәк проблемаларҙы  үҙ эсенә алған тиҫтәләп проект ғәмәлгә ашырыла.  Улар хаҡында конференцияла ентекле отчет яһалды, тәҡдимдәр индерелде.
17 / 11 / 2017 218
Йәш белгестәргә 345 мең һум аҡса
Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан Калинин исемендәге хужалыҡта үҙенсәлекле дәртләндереү системаһы ҡулланыла. Уға ярашлы, 30 йәшкә тиклемге хеҙмәткәрҙәргә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күрһәтеү менән бер рәттән, мохтаждарҙың торлаҡ шарттары ла яҡшыртыла. Әле бындай мөмкинлек менән тиҫтәнән ашыу кеше файҙаланған.
17 / 11 / 2017 200

Страницы: 1 2 3 4 5 ... 714 След.
Яңылыҡтар календары

Яндекс.Метрика