Бөгөн республиканың төп телеканалында Украиналағы хәрби бәрелештәрҙән ҡасып Рәсәйгә һыйыныусыларға ярҙам туплау маҡсатында акция үтте 13.08.2014

Телемарафон «Беҙ бергә!» тип аталды. Салауат Юлаев һәйкәле алдындағы майҙанда иртәнге 9-ҙан киске 8-гә тиклем  ярҙам туплау пункты эшләне. Унда ҡасаҡтарға кейем-һалым, көнкүреш кәрәк-яраҡтары алып килергә мөмкин ине. Бынан тыш, ярҙам фонды һәм смс аша аҡсалата ярҙам йыйылды.

Салауат Юлаев майҙаны бер көнгә мәрхәмәтлек  үҙәгенә әйләнде. Украина ҡасаҡтары ҡайғыһына битараф булмаған Өфөлөләр көнкүреш-кәрәк яраҡтарын, аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр килтерҙе. Телемарафонға теләктәшлек күрһәтеүселәр көн дауамында ҡасаҡтарға ярҙам күрһәтергә ашыҡты.
Көн дауамында йыйылған кейем-һалым һәм көнкүреш әйберҙәре ике йөк машинаһы тултырылды. Шуныһы ҡыуаныслы, акцияға ябай кешеләр генә түгел, төрлө предприятие һәм ведомство вәкилдәре лә ҡушылды.  Ярҙам Күмертау ҡалаһына оҙатыласаҡ.
«Башҡортостан үләндәре» ойошмаһы дарыу һәм үлән сәйҙәре, «Йәрминкә» магазиндар  селтәре  шәхси гигиена  әйберҙәре, «Башҡортостан» сауҙа үҙәге 500 йылы куртка, «Башсельхозтехника» 100 мең, прокуратура 200 мең һәм күләмендә матди ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ мәрхәмәтлектән йәмәғәт ойошмалары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ла ситтә ҡалманы. Ярҙам итеүселәрҙең ҡайһылары үҙ исемдәрен атауҙан баш тартты.
Гүзәл Мәсәғүтова, Башҡортостан прокурорының киң мәғлүмәт саралары  менән бәйләнеш буйынса өлкән ярҙамсыһы: «Беҙ аҡса, әйберҙәр һәм балаларға мәктәпкә кәнсә тауарҙары алып килдек.  Үҙ белдегебеҙ менән йыйыла башлаған ярҙамды ваҡытлы ойошторолған марафонға килтерергә ҡарар иттек. Минеңсә, һәр кем кеше ҡайғыһын баҫыуға бәләкәй булһа ла үҙ өлөшөн индерә ала».
Украиналағы сыуалыштарҙа  зыян күргән халыҡҡа теләктәшлек  күрһәтергә теләүселәр  йөҙҙәр менән  иҫәпләнде. Ярҙамға  мохтаж ҡасаҡтарға булышлыҡ итеү өсөн төрлө милләт  вәкилдәре берләште,  ауыр ҡайғыны йөрәге аша үткәрҙе.  Олоһо ла кесеһә лә мәрхәмәтлек ҡылырға, күңел түренән сыҡҡан йөрәк йылыһы менән бүлешергә ашыҡты.  
Телемарафон киске сәғәт 8-гә тиклем дауам итте.  Уның сиктәрендә ирекмәндәр иҫәпләүҙәре буйынса 2 миллион һумға тәү кәрәк-яраҡтар тупланды. Уның бер өлөшө «Ҡыҙыл тәре» ойошмаһына тапшырылып, мохтаж ҡасаҡтарға таратыласаҡ. Акцияла ҡатанашырға теләк белдереп тә, төрлө сәбәптәр менән өлгөрмәүселәр ваҡытлыса штабтарға мөрәжәғәт итә ала. Изгелек ҡылырға бер ҡасан да һуң түгел.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика