Бөгөн республикала ауыл хужалығы йәрминкәләре башланды

Бөгөн республикала  ауыл хужалығы йәрминкәләре башланды 23.08.2014

Баш ҡала майҙандарының береһендә Иглин  районы эшсәндәре үҙҙәре етештергән продукцияны, баҡсаһында өлгөргән йәшелсә-емештәрен тәҡдим итте.

Иглин йүнселдәре ойошторған йәрминкәлә татлы ризыҡтың күңелеңә ятҡанын табырға мөмкин. Теләгәндәргә ҡорт ҡараусылар урында уҡ тулы кәрәҙҙән балын һығып бирә. Түбәнге Ләмәҙ ауылында йәшәүсе Шәүәлиевтар татлы ризыҡтан башҡа төрлө сирҙәре дауалау өсөн кәрәҙ, прополис алып килгән.
Заманында Франциянан индерелгән һуғанға бөгөн ихтыяж юғары. 2011 йылда төбәктә йәшелсәне ни бары 10 гектар ерҙә үҫтерһәләр, бөгөн республика программаһы сиктәрендә уның майҙаны 175 гектарға тиклем арттырылған. Республикала дан тотҡан Иглин һуғанының килограмын 15 һумға, ҡыяр, помидор, кәбеҫтә, картуф кеүек йәшелсәләрҙе 20 һумға һатып алырға мөмкин. Хаҡтарҙан берәүҙәр ҡәнәғәт булһа, икенселәр арзанырағын эҙләй.
Йәшелсә-емеш, үләндәр менән бер рәттән сауҙа майҙанына һатыуға ит продукцияһы ла сығарылды. Ҡош-ҡорт үрсетеүсе шәхси хужалыҡтарҙың береһе  ярайһы ғына килем алыуға өлгәшкән.
Ауыл хужалығы йәрминкәләре ҡаланың 10 майҙанында ойошторолдо. Унда 40 райондан ауыл хужалығы предприятиелары һәм йүнселдәр, шәхси хужалыҡтар үҙ продукцияһын һатыуға сығарҙы.  
Ауыл хужалығы йәрминкәләре ҡара көҙгә тиклем дауам итәсәк. Белгестәр фекеренсә, ошо осорҙа хаҡтарҙың тағы ла бер аҙға төшөүө көтөлә. Ә көҙгө йәрминкәләре ит продукцияһы алыштырасаҡ.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку