Бөгөн республикала һауа шарттарының кинәт боҙолоуы көтөлә

Бөгөн республикала һауа шарттарының кинәт боҙолоуы көтөлә 26.08.2016

Көндөң икенсе яртыһында синоптиктар йәшен йәшнәүе, ҡойма ямғыр һәм урыны менән боҙборсаҡ яуыуы, дауыл сығыуы тураһында хәбәр итә.

Елдең тиҙлеге секундына  26 метрға етеүе ихтимал. Ошоно иҫәпкә алып, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты  хәүефһеҙлек саралары хаҡында онотмаҫҡа саҡыра. Шул иҫәптән ҙур ихтыяж булмағанда шәхси транспортҡа ултырмаҫҡа, ағастар, реклама таҡталарынан алыҫыраҡ йөрөргә, айырыуса йәшен ваҡытында уяулыҡты юғалтмау талап ителә.
Кирилл Первов, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары: «Йәшен ваҡытында кеҫә телефондарын ҡулланырға ярамай, шулай уҡ электр сымдарынан алыҫ йөрөргә кәрәк. Бынан тыш,  яңғыҙ ағас төбөндә ышыҡланырға ярамай. Йәшен ваҡытында бөтөнләй инер бурын булмаһа, ергә ятыу хәүефһеҙерәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика