Бөгөн республика йылғаларында йәйге навигация асылды 28.04.2017

Йылға пароходсылығының төп  бурысы - йөк ташыу, ул  иҡтисади яҡтан отошло һанала. Урындағы линиялар буйынса һәм Кама, Волга йылғалары буйлап транзит йүнәлешендә, төньяҡ-көнбайыш төбәк бассейнында йөк ташыла.

Шулай уҡ ял итеүселәр өсөн Ағиҙел, Кама, Волга, Дон йылғалары буйлап  Пермь,Ҡазан һәм Рәсәйҙең башҡа мәҙәни үҙәктәренә тиклем круиздар ҡаралған. Быйыл тәүге тапҡыр Өфө-Мәскәү һәм Өфө-Ростов- Әстрхан рейстары буйынса турист маршруттары ойошторола. Туристарға өс көндән алып егерме көнгә тиклем  юлламалар тәҡдим ителә.  Был өлкәлә һуңғы йылдарҙа килеп тыуған проблемаларҙың  береһе -  Ағиҙелдең  һайығыуы.  Йылғала һыу кәмеү сәбәпле, башҡа төбәктәрҙән   Башҡортостанға килеүсе суднолар Бөрөлә туҡтай һәм республиканы күрергә килеүселәр артабан Өфөгә автобуста юллана. Быйыл пассажирҙар өсөн навигация 28 майҙа асыла. «Дуҫлыҡ Монументы» эргәһендә яр буйында реконструкция эштәре барыуға бәйле, порт икенсе урынға күсерелә. Һыу буйлап сәйәхәт итергә теләүселәр йылдан-йыл кәмеүе күҙәтелә. Был йәһәттә элек биш теплоход эшләһә, быйыл туристарҙы йөҙ кеше һыйҙырышлы «Башҡортостан» теплоходы ғына ташый.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика