Бөгөн республика йылғаларында йәйге навигация асылды 26.04.2016

Уның сиктәрендә Башҡортостандың йылға пароходсылығы 700 мең тонна йөк ташырға, 400 мең тоннанан ашыу ҡырсынташ һәм ҡом сығарырға иҫәп тота. Белгестәр ҙә быйыл предприятие алдында яңы мөмкинлектәр асыла тип билдәләй - ташҡын көслө булды, йылғалар ҙа тәрәнерәк булырға тейеш. Бынан тыш, юлдарҙа ауыр транспорт хәрәкәтенә сикләү индерелә, тимәк, теплоход һәм буксирҙар отошло хәлдә.

Капитан команда биреү менән «Волгарь-18» буксиры көслө ағымға ҡаршы уҡтала. Экипаж навигация асылыуҙың тәүге көнөндә үк оҙон юлға сыға - улар ҡырсынташ менән тейәлгән баржаны Николо-Березовкаға илтергә тейеш. Юл өс тәүлек ваҡыт талап итә, ә дөйөм алғанда, судно экипаждары навигация ябылғансы, ноябргә тиклем вахтала ҡала. Ләкин был бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, улар бөтәһе лә эшенә ғашиҡ.
Суднола ярты йыл самаһы йәшәү өсөн шарттар ҙа тейешле, ике кешегә иҫәпләнгән кубриктар, яҡындар менән видеобәйләнешкә сығыу өсөн компьютер ҙа бар. Иң мөһиме эш булһын, әле был тәңгәлдә Башҡортостан йылға пароходсылығы өсөн уңайлы мәл.
Бөгөн йылға транспортының йөк ташыу баҙарында ныҡлы урын биләүе өсөн бөтә шарттар бар тиергә була. Түләүле юлдар арта, фураларға өҫтәмә һалымдар индерелә, тимер юлына яҡын килерлек тә түгел-хаҡтар тешләшә. Улар менән сағыштырғанда, йылға транспорты экономия өлгөһө, бер баржаға меңдән ашыу тонна йөк һыя, буксир бер ыңғай ошондай ике баржаны алып китә ала.
Пароходсылыҡ килемде йөк ташыуҙан ғына алырға иҫәп тотмай, предприятие туризмға ла өмөт бәйләй. Йылға экскурсиялары ойошторола, паромдар ҙа эшләйәсәк, бөтәһе 75 мең пассажир булыр тип көтөлә. Тармаҡтың алға китеүенә  2030 йылға тиклем ҡабул ителгән үҫеш стратегияһы ла булышырға тейеш.
Азат Кәлимуллин, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары: «Был документҡа ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, программа ҡабул ителгән, финанслау мәсьәләһе лә хәл ителгән, беҙгә бары тик документтар туплап уға эләгергә генә кәрәк. Айырыуса, беҙҙең өсөн стратегияла ҡаралған суднолар һәм гидротехник ҡоролмалар төҙөү пункттары мөһим».
Быйыл республика йылғаларына 40-ҡа яҡын судно сыға. Пароходсылыҡ алдында уларҙы файҙалы ҡулланыу бурысы тора, тик был осраҡта планда ҡаралған 140 миллион һум килем алыу мөмкин. Был аҡса хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хаҡын күтәреп предприятиеға йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн дә кәрәк, сөнки бында эшләүселәрҙең күбеһенең йәше инде 50-нән ашҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика