Бөгөн Республика йортонда төҙөлөш тармағы алдынғылары тәбрикләнде

Бөгөн Республика йортонда төҙөлөш тармағы алдынғылары тәбрикләнде 06.08.2015

Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов абруйлы һөнәр эйәләрен Башҡортостандың почет грамоталары, «Атҡаҙанған төҙөүсе» тигән юғары исем менән бүләкләне.

Республикала төҙөлөш тармағына ҙур иғтибар бүленә. Ул дәүләт кимәлендәге әһәмиәткә эйә. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ йәмғиәтте торлаҡ, социаль һәм башҡа төр объекттар менән тәьмин итә тине ҡотлау телмәрендә Александр Молчанов. Һуңғы йылдарҙа эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү мәсьәләһе көнүҙәк. Төҙөүселәр араһында һөнәри бәйгеләр үтеп тора. Эш шарттары яҡшырыуын эшсәндәр үҙҙәре лә билдәләй.
Абруйлы наградаға лайыҡ булыусылар араһында  төҙөүселәр династияһы ла, ташсылар, иретеп- йәбештереүселәр, проекттар менән шөғөлләнеүселәр ҙә бар. Ғәҙәттәгесә, тармаҡта башлыса ир-егеттәр эшләй, ләкин гүзәл заттар ҙа төҙөлөштән ситләшмәй. Кран машинисы булып эшләүсе Рәйлә Ильясова һөнәренә бик яуаплы ҡарай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку