Бөгөн республика йәмәғәтселеге күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ы Юғары Советының биш саҡырылышы депутаты, элекке мәҙәниәт министры Клара Төхвәтуллинаны һуңғы юлға оҙатты 10.11.2016

Мәрхүмә менән хушлашыу Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында үтте. Ҡасандыр Клара Абдрахман ҡыҙы СССР-ҙың мәҙәниәт министры Екатерина Фурцеваға мөрәжәғәт итеп, тап ошо бинаны төҙөкләндереү мәсьәләһен хәл итә. Клара Төхвәтуллинаның    тырышлығы менән Өфөлә хәҙерге  сәнғәт институты, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Өфө районында 25-се Чапаев диизияһы музейы асыла.

Рус дәүләт академия драма театры, Өфө сәнғәт училищеһының уҡыу һәм ятаҡ биналары барлыҡҡа килә. Матәм митингында билдәләнеүенсә, ғүмеренең һәр дәүерендә Клара Төхвәтуллина туған республикаһына тоғро хеҙмәт итеү өлгөһө күрһәтә. Мәҙәниәт министры дәрәжәһендә ул республикала профессиональ сәнғәт һәм халыҡ ижадын үҫтереүгә тос өлөш индерә, һәр вазифала үҙен талантлы ойоштороусы итеп күрһәтә. Сәнғәт оҫталарына  әсәләрсә хәстәрлекле мөнәсәбәттә булыуы менән дә айырылып тора. Ул дәүерҙә ижад иткән сәхнә йондоҙҙары йөрәгендә ул тап ошо сифатта иҫтә ҡаласаҡ.      


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика