Бөгөн республика йәмәғәтселеге башҡорт милли музыка ҡоралдарын эшләүсе күренекле оҫта Вәкил Шөғәйеповты һуңғы юлға оҙатты

Бөгөн республика йәмәғәтселеге башҡорт милли музыка ҡоралдарын эшләүсе күренекле оҫта Вәкил Шөғәйеповты һуңғы юлға оҙатты 29.06.2017

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Хөкүмәтенең «Рәсәй рухы» премияһы лауреаты Вәкил Шөғәйепов Салауат районы Әлкә ауылында тыуған, Ҡазан сәнғәт училишеһын тамамлаған. Баш ҡаланың 77 мәктәбендә рәсем һәм һыҙым дәрестәре уҡытыусыһы, 1981 йылға тиклем РСФСР-ҙың Художество фондының Башҡортостан бүлексәһендә рәссам булып эшләй.

Ошо уҡ йылда ул башҡорт милли музыка ҡоралы - ҡурайҙы йышылған шпондан эшләү ысулын уйлап табып, патент ала. Думбыраның һаҡланып ҡалған өлгөләрен эҙләү һәм уны яңыртыу менән шөғөлләнгән. 1985 йылда думбыра  Вәкил Шөғәйепов эшләгән өлгө буйынса етештерелә башлай.  1995 йылда оҫта тамашасыға үҙенең реконструцияланған ҡыл-ҡубыҙын тәҡдим итә. Ул эшләгән музыка ҡоралдары киң ҡулланыла.
Мәрхүм менән хушлашыу Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Шәхесте һуңғы йылда оҙатырға  дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, уның яҡындары килде,һәр кем яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште. Иң һуңында  Башҡортостан ҡурайсылары  ҡурайҙа күмәкләп  «Уралым»  көйөн уйнаны. Вәкил Шакир улы тыуған ауылы Әлкә зыяратында ерләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика