Бөгөн республика йәмәғәтселеге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, төркмән халҡының беренсе Советтар Союзы Геройы Аннаклыч Атаевты хөрмәтләп иҫкә алды

Бөгөн республика йәмәғәтселеге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, төркмән халҡының беренсе Советтар Союзы Геройы Аннаклыч Атаевты хөрмәтләп иҫкә алды 26.01.2015

Сараны  данлыҡлы дивизия исемен йөрөткән музей һәм Башҡортостан төркмәндәренең милли-мәҙәни үҙәге  ойошторҙо. Кисәлә фронт хәтирәләре яңғыраны,  документаль видеояҙма күрһәтелде.

Аннаклыч Атаев фашист илбаҫарҙарынан Ростов өлкәһен азат итеүҙә ҡатнаша. Дивизияның  294-се полкын етәкләгән лейтенант совет ғәскәрҙәренә Северский Донец йылғаһы аша юл асҡанда батырҙарса һәләк була.  Был алышта дивизия өс тиҫтәләп яугирын юғалта. Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн Аннаклыч Атаев Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку