Бөгөн республика мәктәптәренән туғыҙ уҡыусы Өфө аэропортынан Ҡытайға осто

Бөгөн республика мәктәптәренән туғыҙ уҡыусы Өфө аэропортынан Ҡытайға осто 08.08.2015

Сәйәхәт  ун етенсе августҡаса ҡаралған. Быға тиклем Ҡытайҙа Башҡортостандан ҡырҡ дүрт бала ял итеп ҡайтты. Улар Рәсәй һәм республика кимәлендә  олимпиадалар, конкурстарҙа ҡатнашҡан  уҡыу алдынғылары. Атап әйткәндә, физика, биология, хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадалары еңеүселәре, ике спортсы , балерина һәм скрипкасы. Экскурсия  Ҡытай халыҡ республикаһы менән Рәсәй араһындағы хеҙмәттәшлек  килешеүе нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Рәсәйҙән бөтәһе 200 уҡыусыға  унда барып ҡайтыу бәхете тейәсәк. Башҡортостанға иң ҙур квота бүленгән. Уҡыусыларҙы сит илдә бай программа көтә. Экскурсия  Бөйөк Ҡытай стенаһына, «Хоухай» күле, сиркәүҙәр  һәм башҡа иҫтәлекле урындарға ойошторола. Төрлө күңел асыу саралары ла уҙғарыласаҡ.  

Гүзәл Ураҡова, Өфөнөң 153-cө лицейы уҡытыусыһы: «Европа менән танышбыҙ, ә Ҡытай беҙҙең өсөн асылмаған сер. Ундағы тормош, халҡы тураһында уҡып, телевидение программалары аша ғына беләбеҙ. Ә унда барып ҡайтыу тураһында хатта, хыял да итмәгәйнек. Был сәйәхәт былай ҙа һәләтле балаларҙың аң кимәлен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк».
Анастасия Мамяшева, музыка мәктәбе уҡыусыһы: «Мин етенсе синыфтан бирле скрипкала уйнап төрлө сараларҙа ҡатнашам. Саммиттар ваҡытында ил президенттары алдында сығыш яһаным. Аҙна һайын бер- ике концертта ҡатнашып торам».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку