Бөгөн Республика Хөкүмәте йортонда күп балалы әсәләргә дәүләт наградаһы тапшырылды

Бөгөн Республика Хөкүмәте йортонда күп балалы әсәләргә дәүләт наградаһы тапшырылды 05.08.2014

«Әсәлек даны» миҙалына 54 гүзәл зат лайыҡ булды. Улар барыһы ла 5 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләй.

Күмертау  ҡалаһының  балалар йортонда  22 кескәй тәрбиәләнә. Етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм  малайҙар, ҡыҙҙар өсөн бында бар шарттар тыуҙырылған. Әммә ғаилә йылыһын матур кейем, сағыу уйынсыҡтар ҙа алыштыра алмай. Әсә ҡарауына мохтаж  ошондай сабыйҙы Хоҙайбирҙиндар һыйындырған. Илмира Шамил ҡыҙы иптәше менән балалар йортонан тәрбиәгә 6 сабый алған. Үҙҙәренең 4 балаһы менән бергә улар 10 балаға ата-әсә.
Илмира Хоҙайбирҙина кеүек 5 һәм унан да күберәк бала тәрбиләүсе әсәләргә бөгөн дәүләт наградалары тапшырылды. «Әсәлек даны» миҙалына республика район-ҡалаларынан килгән 54 гүзәл зат лайыҡ булды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы Хөкүмәт Премьер- министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ҡотланы.
Һәр ата-әсәнең иңендә сабыйҙарын кейендереү, туйындырыу,  лайыҡлы тәрбиә биреү кеүек еңел булмаған бурыс ята. Заман ҡыйынлыҡтарын еңергә ғаиләләргә дәүләт ярҙам итә. Төбәктә күп балалы ғаиләләргә тәғәйенләнгән 30-ҙан ашыу социаль түләүҙәр башҡарыла. Бынан тыш, 9 бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә «Газель» машинаһы урынына 600 мең һум күләмендә матди ярҙам биреү ҡарала.
Бүләкләү тантанаһынан һуң әсәләр иҫтәлеккә фотоға төштө. Уларҙың һәр береһе тиҙерәк  тыуған төйәгенә  ашыҡты, сөнки уларҙы өйҙәрендә иң ҙур байлыҡтары - балалары көтә.
Советтар Союзы осоронда «Әсәлек даны» ордены 7 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе  әсәләргә  бирелә. 1998 йылда Башҡортостан үҙ наградаһын булдыра. Ошо осорҙан алып 5 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе 6 меңдән ашыу гүзәл затҡа лайыҡлы награда тапшырылған.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку