Бөгөн Республика Хөкүмәт йортонда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе гүзәл заттарға дәүләт наградалары тапшырылды

Бөгөн Республика Хөкүмәт йортонда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе гүзәл заттарға дәүләт наградалары тапшырылды 17.03.2015

Балаларын лайыҡлы тәрбиәләп, яратҡан һөнәренә тоғро ҡалған әсәләр һоҡланыу уята. Улар араһында уҡытыусы, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, һауынсы, хатта,  крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе  һәм башҡа һөнәр эйәләре бар. Башҡортостан район-ҡалаларынан  килгән гүзәл заттарға «Әсәлек даны» миҙалын Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тапшырҙы.

Был юлы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр тағы 58  кешегә артты. Награда 1998 йылдан бирле 6704  әсәгә тапшырылған. Йыл һайын күп балалы әсәләр  арта барыуы күҙәтелә.  2014 йылда республикала әсәлек һәм балалыҡты яҡлау өлкәһе  үҙгәрештәр кисерҙе. Яңы технология индерелде. Уға ярашлы, күп балалы ғаиләләр үҙенең матди хәлен дәүләт ярҙамында  яҡшырта ала. Ошо маҡсатта 1407 ғаилә 52 миллиондан ашыу суммаға социаль контракт төҙөгән. Физик мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән өсөн  пособие күләме 532,5 һумдан бер меңгә тиклем күтәрелде. «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы булдырылды. Ул  республикаға дан алып килгән балаларҙың ата-әсәләренә бирелә. Миҙалға шулай уҡ сабыйҙы уллыҡҡа алып тәрбиәләгәндәр ҙә дәғүә итә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку