Бөгөн Республика башлығы биш тиҫтәгә яҡын хеҙмәт алдынғыһына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы 02.12.2015

Йыл аҙағына яҡынлаша, 2015 йыл Башҡортостан өсөн уңышлы булды, республика социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса илдә алдынғы урындарҙың береһен биләй. Был  ҡаҙаныштарға һеҙҙең һәр берегеҙҙең тырыш хеҙмәте һалынған, тине Рөстәм Хәмитов.  Бигерәк тә инвестициялар йәлеп итеү, сәнәғәт тармағында етештереү ҡеүәттәрен яҡшыртыу, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса эш уңышлы бара.

Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Улар әйтеүенсә, юғары наградалар яуаплылыҡ өҫтәй һәм яңы башланғыстарға ҡанат ҡуя. Киләсәктә лә был исемдәрҙе тырыш хеҙмәт, асыштар һәм ҡаҙаныштар менән аҡлау мотлаҡ. Ә алда пландар күп, сөнки бөгөн республиканың сит илдәр менән бәйләнештәре нығый, яңы проекттар тормошҡа ашырыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика