Бөгөн Республика ҡан тапшырыу станцияһында Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы вәкилдәре ҡан тапшырҙы

Бөгөн Республика ҡан тапшырыу станцияһында Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы вәкилдәре ҡан тапшырҙы 17.06.2015

Акция Бөтә донъя донорҙар һәм яҡынлашып килгән Халыҡ-ара наркоманияға ҡаршы көрәш көндәренә арналды.

Республика ҡан тапшырыу станцияһында погонлыларҙы тап итеү һирәк күренеш. Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы вәкилдәре бөгөн тәүгә ҡан тапшырҙы. Шуға ҡарамаҫтан, наркополиция хеҙмәткәрҙәре иртәнге сәғәттәрҙән үк әүҙемлек күрһәтте.
Бөтә донъя донорҙар һәм Халыҡ-ара наркоманияға ҡаршы көрәш көндәренә арналған акцияға йөҙгә яҡын кеше ҡушылды. Аҡ халатлылар был күрһәткес аҙ тигән фекерҙә. Сөнки ҡан тапшырыу станцияһына көнөнә ике йөҙләп донор килә. Шулай ҙа наркополиция хеҙмәткәрҙәре  акцияны гражданлыҡ бурысы һанап, теләк буйынса ҡатнашты.
Руслан Әхмәтшин, наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең башҡортостан идаралығының әйҙәүсе  инспекторы: «Мин бөгөн тәүгә ҡан тапшырам. Үҙемде Йыһанға осҡан Гагарин кеүек хис итәм. Күп тапҡырҙар ишеткәнем бар, ҡан биреп сыҡҡандан һуң, кеше үҙен насар тоя, иҫен юғалта тигәнде. Ә мин үҙемде яҡшы тоям. Тик тәндә ниндәйҙер бер эҫелек  һиҙәм».
Белгестәр аҡса өсөн генә түгел, ә ниндәйҙер ауырыуға ярҙам итеүҙе күҙ уңында тотҡан аңлы донорҙарҙың ҡаны хәүефһеҙ тип иҫәпәләй. Йәғни, даими рәүештә ҡан тапшырыу ҙа организмға ыңғай йоғонто яһай. Сөнки донорҙар йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре һәм һыуыҡ тейҙереп һирәгерәк ауырый.  
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика