Бөгөн - радио һәм элемтә хеҙмәткәрҙәре көнө 07.05.2015

1895 йылдың 7 майында рус физигы Александр Попов радио уйлап таба һәм сымһыҙ элемтә үҫешенә нигеҙ һала. Иҫтәлекле көнгә һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре мәрхәмәтлек акцияһы ойошторҙо. Улар Иглин районының Меңйетәр ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәрәфетдин Ғафаровты байрам менән ҡотлап, уға  хужалыҡ  эштәрендә  ярҙамлашты.

Тимур һәм уның командаһы хаҡында китаптарҙан ғына уҡып белгән йәки иң үкенеслеһе бөтөнләй ишетмәгән быуын үҫеп килгәндә, республикабыҙҙың бик күп райондарында тимурсылар хәрәкәте әүҙем эшләп килеүе билдәле. «Юлдаш» радиоһы ошо йүнәлештә эшләүселәрҙе һәр ваҡыт хуплай, уларҙың эшмәкәрлеген яҡтыртып килә. Радиола эшләүселәр үҙҙҙәре лә тимурсылар сифатында оло йәштәгеләргә ярҙам итеп тора. Был юлы улар Иглин районының Меңйетәр ауылында йәшәүсе Шәрәфетдин Ғафаровҡа йорт - ҡура тирәһендә булышып, баҡсаһына емеш ағастары ултыртты. Шәрәфетдин  Ғилметдин улы ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды.
91 йәшлек олатай әле улы Рамаҙан һәм килене Зөһрә тәрбиәһендә
Меңйетәр ауылы биләмәһендә бөгөн өс ветеран йәшәй. «Юлдаш»тар уларға ла иҫтәлеккә бүләктәр ҡалдырҙы. Тыл ветерандары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ауыл мәҙәниәт йортонда улар өсөн юлдаштар мәктәп уҡыусылары менән берлектә матур концерт күрһәтте. Тамашанан һуң байрамға килеүселәр «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылып, ауыл уртаһында урынлашҡан обелиск янына юлланды. Унда Меңйетәр ауылы биләмәһенән һуғышҡа алынған 800-ҙән ашыу яугирҙың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.
Сара һуңында «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре обелиск янында емеш ағастары ултыртты. Еңеүҙең 70, радионың 15 йыллығы хөрмәтенә ултыртылған ағастар байрам иҫтәлеге булып сәскә атыр, мул емеш бирер тип ышанабыҙ.
Мәрхәмәтлек акцияларын үткәреү яҡшы йолаға әйләнгән. «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре киләсәктә уларҙы дауам итәсәк.
Гүзәл Зарипова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика