Бөгөн Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

Бөгөн Рөстәм Хәмитов  граждандарҙы ҡабул итте 05.06.2015

Республика Башлығына төрлө проблемалар менән  тиҫтәгә яҡын кеше мөрәжәғәт итте. Улар барыһы ла  тирә-йүндәге ваҡиғаларға битараф булмаған, беҙҙе уратып алған донъяны яҡшыртыу теләге менән янған кешеләр.

Күпселекте һыу тәьминәте, медицина хеҙмәтләндереүе менән бәйле проблемалар борсой.  Ә бына 1-се төркөм инвалиды  Александар Никишкин Республика Башлығына физик мөмкинлеге өсөн шарттар тыуҙырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткән. Хәҙер мәҙәни, социаль учреждениеларға  инеү еңелләште, әммә юлдарҙа менеү, төшөү урындары юҡ, ти Чечняла хеҙмәт иткәндә аяғын зәғифләгән Александр.  
Ә бына  Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары республика башлығына берҙәм репититор үҙәге төҙөү тәҡдиме менән килгән. Ҡыҙҙар әйтеүенсә, был уҡыу йорттарында инеүҙе күпкә еңелләштерәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку