Бөгөн Рәсәй юлдарында хәрәкәт туҡтап ҡалды

Бөгөн Рәсәй юлдарында хәрәкәт туҡтап ҡалды 11.11.2015

Илдең һәр төбәгендә фура водителдәренең ҡаршылыҡ акцияһы үтте. Йөк автомобилдәрендә тауар ташыусылар уларҙан һәм үткән километр өсөн аҡса йыйыуға ҡаршы сыға. Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 15 ноябрҙән ауырлығы 12 тоннанан ашҡан транспорт сараһы һалым түләргә тейеш. Аҡса юлдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк тип аңлатыла. Ә бына фура водителдәре быға икенсе ҡарашта.

Фура водителдәре акцияһына Воронежда йәшәүсе Вячеслав бер икеләнеүһеҙ ҡушыла. Ир йөк автомобиленә 4 йыл элек ултырған, сөнки ғаиләмде нисектер ашатырға кәрәк ине, ти ул. Бурысҡа фура ала, эш башлай, һәм ул саҡ йәнләнде генә тигәндә тағы бәләһе килеп сығырға тора.
Вячеслав Шишлов: «Элек ялланып эшләй инем, ҡатыным декретҡа сыҡҡас аҡса етмәй башланы. Шуға бурысҡа аҡса алып, йөк автомобиле табып рейсҡа сыҡтым. Бирәсәкте түләп бөтөп барам, инде йәшәй башларбыҙ тиһәм был һалымы килеп сыҡты».
Рейс һайын 10-15 мең һалым түләй башлаһаң йөк ташыуҙың файҙаһы булмаясаҡ, тип зарлана Вячеслав. Закон ғәмәленә инһә, тағы эш эҙләргә тура киләсәк, ти ул. Башҡа водителдәр ҙә ошо уҡ фекерҙә.  
Һалым 15 ноябрҙән ғәмәлгә инергә тейеш. Ул федераль трассанан үтеүсе йөк автомобилдәренә ҡағыла. Башта хөкүмәт ҡарары буйынса һәм километр өсөн 3 һәм 73 тин түләү күҙаллана ине, аҙағыраҡ ул ике тапҡырға кәметелде. Тик был барыбер дөрөҫ түгел тип ярһый водителдәр, улар йөк автомобилдәренең асфальт ҡатламына зыян килтермәүен иҫбатлай.
Белгестәр иһә бының менән ризалашырға ашыҡмай. Эйе, һуңғы йылдарҙа артыҡ йөк тейәүсе автомобилдәргә ҡарата контроль ҡәтғиләште. Бының өсөн йөк ташыусы ла, уны тейәүсе ла штраф түләй. Ләкин күберәк аҡса эшләү теләге ҡайһы берәүҙәрҙә өҫтөнөрәк ҡала.
Рим Ғиләжетдинов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары: «Йылдың 9 айын ҡарағанда, юлдарға аҡсалата сағылышта 200 миллион һумдан ашыу зыян килтерелгән. Ҡыҙғанысҡа, йөк автомобилдәре рөхсәт ителгәндән күберәк тейәүен дауам итә».
Протест акцияһы сәғәттән ашыу дауам итте. Өфө эргәһендә ул М 5 федераль трассаһында ойошторолдо
Акция ярҙамында йөк автомобилдәре водителдәре үҙҙәренә иғтибар йәлеп итергә теләй. Улар һалымдың ғәмәлгә инмәйәсәгенә ышана. Кире осраҡта, 15 ноябрҙә дальнобойщиктар юлдарҙы бикләргә ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку