Бөгөн - Рәсәйҙә террорға ҡаршы көрәшкә теләктәшлек көнө

Бөгөн - Рәсәйҙә террорға ҡаршы көрәшкә теләктәшлек көнө 03.09.2014

Был дата Төньяҡ Осетияла булып үткән ваҡиғаларҙан һуң индерелде. 2004 йылдың 1-се сентябрендә террорсылар Беслан ҡалаһының 1-се мәктәбендә меңдән ашыу кешене аманатҡа ала. Ике көндән мәктәптә шартлау яңғырай, махсус тәғәйенләнештәге хәрби көстәр штурм башлай. Ҡулға алыныусыларҙың күбеһе азат ителһә лә, 334 кешенең ғүмере өҙөлә, уларҙың яртыһын балалар тәшкил итә. Был датаға арналған саралар Республиканың «Хәрби Дан» музейында ла үтте.

Ниндәй генә әсә яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған ғәзиз улын күҙ йәшһеҙ иҫкә алһын инде. Оло юғалтыуына инде егерме йылдан ашыу ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан Нәжибә Исхаҡованың ҡайғыһы һүрелмәй. Афған һуғышында ҡатындың 19 йәшлек улы һәләк була. Уның фотоһы ,,Хәрби Дан" музейында тематик стендта урынлашҡан. Егеттең ғүмере Файзабад ҡалаһы эргәһендәге ҡаты алышта өҙөлә.
Был әсәләр ҡаһарман улдары тураһында Республика ,,Хәрби Дан" музейына йыйылған мәктәп уҡыусыларына ла һөйләне. Шулай уҡ балалар алдында төбәк һәм халыҡ-ара низағтарҙа ҡатнашыусылар, хәрби көстәр ветерандары сығыш яһаны. Улар барыһы ла йәштәргә татыулыҡ, берҙәмлек, илһөйәрлек рухының ҡиммәтлеген аңлатты. Ә 8-се синыф уҡыусыһы Вадим ҡораллы бәрелештәрҙең ни тиклем аяныслы булыуын Афғанда хеҙмәт иткән атаһынан ишетеп белә.
Беслан фажиғәһендә һәләк булыусыларҙы ла иҫкә алды сараға килеүселәр.  Террорға йәмғиәттә урын булырға тейеш түгел... Бындай күренештәргә юл ҡуймаҫ өсөн кешеләрҙә сабырлыҡ, үҙ-ара ихтирам тойғоһо тәрбиәләргә кәрәк тип белдерҙе сығыш яһаусылар. Халыҡтар үҙ-ара дуҫ булһа ҡай да ҡойолмаҫ.  
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика