Бөгөн Рәсәйҙә тәүгә Билдәһеҙ һалдат көнө билдәләнә

Бөгөн Рәсәйҙә тәүгә Билдәһеҙ һалдат көнө билдәләнә 03.12.2014

Алдан хәбәр ителеүенсә, был туралағы Указға Владимир Путин ошо йылдың ноябрендә ҡул ҡуйҙы.

Көндөң 3 декабргә тура килеүе осраҡлы түгел. Бынан 48 йыл элек, 1966 йылдың тап ошо көнөндә Кремлдең Александр баҡсаһында, фашист ғәскәрҙәре менән ҡаты алыштар барған Ленинград шоссеһының 41-се километрынан килтерелгән билдәһеҙ һалдаттың ҡалдыҡтары тантаналы шарттарҙа ерләнә. Ул саҡта совет халҡы гитлер ғәскәрҙәрен Мәскәү өсөн алыштарҙа тар-мар итеүҙең 25 йыллығын билдәләй. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан илебеҙҙең хәрби данына бәйле даталар исемлеге хаҡлы рәүештә яңыһы менән тулыланды. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку