Бөгөн Рәсәй төбәктәрендә алыҫ араға йөрөүсе йөк автомобилдәре өҫтәмә һалым индереүгә ҡаршы акция ойоштора

Бөгөн Рәсәй төбәктәрендә алыҫ араға йөрөүсе йөк автомобилдәре өҫтәмә һалым индереүгә ҡаршы акция ойоштора 11.11.2015

Уның сиктәрендә фуралар юл ситендә бер нисә сәғәткә туҡтап торорға тейеш ине.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 ноябрҙән Рәсәй Хөкүмәте ҡарары буйынса ауырлығы 12 тоннанан ашыу йөк автомобиле бер километр юл үтеү өсөн 1 һум 53 тин түләргә тейеш. Ә инде 2016 йылдың мартынан һалым ике тапҡырға арта. Йыйылған аҡсаны юлдарҙы төҙөкләндереүгә тотоноу күҙаллана. Яңылыҡ фура водителдәрен бер ҙә ҡыуандырманы, улар былай ҙа яғыулыҡтың, автомобиль запас частаренең ҡиммәт булыуына зарлана. Ә инде был һалымды түләй башлаһаҡ, эшебеҙҙең файҙаһы ҡалмаясаҡ, ти
улар.
Йөк автомобилдәре водителдәре акцияһы сәғәт 11-ҙә башланды. Өфө эргәһендә, М5 федераль трассаһында тиҫтәләгән фура йыйылды. Ҡайһы берәүҙәре туҡтап торҙо, башҡалары алдан үҙ-ара килешекәнсә, сәғәтенә 10 километр тиҙлек менән барҙы. Акция тураһында ентекләберәк яңылыҡтарҙың киске сығарылышында.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку