Бөгөн - Рәсәй студент отрядтары көнө 17.02.2017

Ошо уңайҙан илдең төрлө төбәктәрендә байрам саралары үтә. Әүҙем тормош яҡлы йәштәр байрамын республика студенттары ла билдәләне.

Салауат Юлаев майҙаны төрлө юғары уҡыу йортонда белем алыусы студенттарҙы йыйҙы. Ҡояшлы, бер үк ваҡытта сатлама һыуыҡ  көндө улар флешмоб ойошторҙо

Ил Президенты Владимир Путиндың 2015 йылдың 21 февралендәге указына ярашлы, 17 февраль - Рәсәй студент отрядтары көнө - яңы дәүләт байрамы тип иғлан ителә. Бөгөн Башҡорт дәүләт аграр университетында ла күңел асыу саралары үтте. Студенттарҙың йәйге ялын файҙалы уҙғарыу маҡсатында вакансиялар йәрминкәһе лә ойошторолдо. Әйткәндәй,  "Рәсәй студент отрядтары" йәштәр йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостанда үҙ бүлексәһе бар. Улар төрлө йәмәғәт эштәрендә, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша. Ағза булып тороусыларҙы махсус кейемдәрҙе биҙәгән значоктарҙан танып була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика