Бөгөн  Рәсәйҙә Сталинград һуғышында еңеү көнө билдәләнә 02.02.2015

1943 йылдың  2 февралендә совет һалдаттары Сталинград алышында немец-фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итә.

Иҫтәлекле дата айҡанлы, республика уҡыу йорттарында һәм  музейҙарҙа ветерандар менән осрашыуҙар, тематик кисәләр, экскурсиялар ойошторола. Сталинград алышында республиканан меңдәрсә һалдат ҡатнашҡан. Данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы дивизияһының яу юлы ла ошонда башланған. Сталинград оборонаһы 200 көнгә -  1942 йылдың йәйенән 1943 йылдың ҡыш айҙарына тиклем дауам итә. Был ҡала өсөн ҡаты алыштарҙа 700 меңдән ашыу һалдат һәм офицер башын һала. Сталинград алышында еңеү Бөйөк Ватан һуғышында  хәл иткес һынылышты аңлата. Советтар Союзының халыҡ-ара абруйы күтәрелә. 1943 йылда Тегеранда уҙған конференцияла Бөйөк Британия һәм Америка Ҡушма Штаттары вәкилдәре совет ғәскәрҙәренең ҡаһарманлығына  һоҡланыуын белдерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика