Бөгөн Рәсәй социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе хеҙмәт урынында йәрәхәтләнгән граждандарға автомобиль асҡыстары тапшырҙы 18.11.2016

2001 йылдан старт алған программа буйынса барлығы 900-ән ашыу «тимер ат» үҙ хужаһын тапҡан. Физик мөмкинлектәре сикләнһә лә, тормошҡа һәр ваҡыт позитив ҡарашта водителдәр.

Илфар Ғирфанов Яңы йыл алдынан ҙур бүләккә эйә булды. Уның ҡулында - яңы автомобиль асҡысы. Эш урынында йәрәхәтләнеп, сәләмәтлеген юғалтҡан уҙаман «хәҙер тыуған яғыма үҙем руль артында елдерәсәкмен»,- тип ҡыуана. Рәсәй социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе ярҙамында барлығы 24 кеше махсус йыһазландырылған «тимер ат» хужаһы булды, уларҙың 18-е дәүләт программаһы буйынса машинаһын өсөнсөгә  яңыртты.
Яңауылдан Рифнур Хаҡов та яңы техникаһы менән һоҡланып туя алмай. Бынан бер нисә йыл элек кенә ир эш урынында торбаға бәрелә. Табиптар уның аяғын һаҡлап ҡала алмай. Был хәлде Рифнур ауыр кисерә, әммә хәҙер бар һыҙланыуҙар ҙа артта ҡалған. Алда яңы еңеүҙәр! «Автомобилдә мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған», - тип ҡыуана ул.
Рәсәй социаль страховкалау фонды тарафынан  мөмкинлектәре сикләнгәндәргә күп яҡлы ярҙам күрһәтелә. Йыл һайын ошо йүнәлештә миллиард һум аҡса бүленә.
Фонд етәкселеге автомобиль асҡысын тапшырыу тантанаһын декабрҙә лә үткәрмәксе. «Тимер ат»тар хужаларына әүҙем йәмәғәт тормошо алып барыуҙа ла ярҙам итәсәк. Бындай техника булғанда, мөмкинлектәр киңәйә тигән ҡарашта бөгөнгө бүләкләнеүселәр ҙә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика