Бөгөн Рәсәйҙә иҫке стиль буйынса Яңы йыл билдәләнә

Бөгөн Рәсәйҙә иҫке стиль буйынса Яңы йыл билдәләнә 14.01.2015

Был байрамды билдәләү йолаһы Рәсәйҙә йылдарҙы иҫәпләүҙең яңы системаһына күскәс, 1918 йылда башлана. Ул иҫке юлиан менән яңы григориан календарҙары айырмаһы менән бәйле. Был айырма XX-XXI быуатта 13 көнгә тиң. Һөҙөмтәлә, бик һирәк була торған тарихи феномен - элек юлиан календары буйынса йәшәгән илдәрҙә Яңы йылды ике тапҡыр билдәләү күҙәтелә.

Ә диндарҙар өсөн Иҫке Яңы йыл бигерәк тә әһәмиәтле, сөнки рустарҙың православие сиркәүе һаман да григориан стиленә күсмәгән. Шуға ла православие динен тотоусылар Раштыуа посы тамамланғас ҡына Яңы йылды байрам итә ала. Дини кешеләр өсөн тап иҫке Яңы йыл төп байрам булып иҫәпләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку