Бөгөн Рәсәй Федерацияһының енәйәт-башҡарма системаһы хеҙмәткәре көнө 12.03.2015

Шулай уҡ орган 136 йыллығын билдәләй. Быуаттан ашҡан тарихы дауамында хөкөм язаһын башҡарыу системаһы байтаҡ үҙгәрештәр кисерә. Норматив базалар яңыра, эш тәртибе камиллаша. 1990-сы йылдан хәүефһеҙлек кимәлен тағы ла юғарыраҡ кимәлгә сығарыу ниәте менән колонияларҙа махсус тәғәйенленештәге отрядтар булдырыла. Әйтергә кәрәк, тура вазифаларын башҡарыу менән бер рәттән енәйәт-башҡарма системаһы йәш быуын вәкилдәре менән дә әүҙем эш алып бара.

Спецназсы  заданиеға мотлаҡ ике берәмек ҡорал менән сығырға тейеш. Автомат эшлектән сыҡҡан осраҡта пистолеттың һәр саҡ ҡул аҫтында булыуы мөһим. Һәр махсус отряд ағзаһы өсөн был төп ҡағиҙә. Ошо хәҡиҡәтте улар отряд менән осрашыуға килгән йәштәргә лә аңлата.
Күргәҙмәләге бөтә ҡоралды спецназ ҡуллана. Снайпер винтовкалары, автоматтар, пистолеттар-һәр ҡайһыһы төрлө бурыс өсөн тәғәйенләнгән. Әлбиттә, бындағы заман ҡоралы өлгөһөнән егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа хайран ҡалды.    
Ринаи Йәһүҙин: «Бөгөн үҙемде ысын спецназ һалдаты тип тойҙом. Бер аҙ уңайһыҙ әлбиттә, хәҙер уларҙың ни тиклем сыҙам һәм көслө булыуҙарын яҡшы аңлайым».
Ольга Кайгородова: «Мин хәрби-патриотик клубта шөғөлләнәм, шуға ла ҡорал күргәнем, атҡаным да бар. Тик бында автомат-винтовкалар һаны шаҡтай күп, улар тураһында ҡыҙыҡ итеп һөйләнеләр ҙә».
Артабан баш ҡаланың хәрби-патриотик клубтарында тәрбиәләнеүсе йәштәргә ҡул һуғышы элементтары күрһәтелде. Махсус отрядтар юҡҡа ғына был төр көрәш һайламаған. Ул дошманды ҡоралһыҙландырыу яғынан иң һөҙөмтәлеһе һанала. Һуғыу менән бер рәттән ауыртыу алымдары, ташлау ҡулланырға була. Спецназдарҙың эше менән яҡындан танышыу, улар менән аралашыу тәрбиә яғынан да әһәмиәтле һанала.
Марат Әҙеһәмов, йәштәргәпатриотик тәрбиә биреү үҙәге етәксеһе урынбаҫары: «Был сара ярҙамында беҙ бер нисә маҡсатҡа ирешәбеҙ. Беренсенән, йәштәр бер ҡырын эш тә язаһыҙ ҡалмаясағын аңлай. Енәйәт-башҡарма системаһы мөмкинлектәре ҙур икәнен улар күреп белде. Икенсенән, хәрби көстәрҙең элитаһы булған спецназдар менән танышыу үҫмерҙәр өсөн оло ваҡиға. Сөнки һәр егет уларға оҡшарға тырыша. Был Рәсәй ҡораллы көстәренә ғорурлыҡ уята, патриотик тәрбиә бирә».
Тағы ла егеттәр һәм ҡыҙҙар Рәсәй енәйәт-башҡарма системаһының Башҡортостан буйынса идаралығы музейы менән дә танышты. Бында органдың тарихи үткәне төрлө экспонаттарҙа сағыла. Хурлыҡ тамғалары, яза ҡоралдары ҡыҙыҡ та, фәһемле лә. Айырым витринала тотҡондарҙың хәйләкәр өлгөләре. Тыйылған әйберҙәрҙе йәшереү уларҙың яратҡан шөғөлөлөр, моғайын. Ризыҡ  йәки китап эсендәге, сәғәт формаһындағы кеҫә телефондары, ҡулдан эшләнгән тәнгә рәсемдәр эшләү ҡоролмаһы, һыу ҡайнатҡыс, тиҫтәләгән бысаҡтар. Дөйөм алғанда, үҫмерҙәр өсөн осрашыу фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла булды. Бәлки бөтәһе лә спецназсы булам тигән ҡарар ҡабул итмәһә лә, закон менән шаярыу күңелһеҙ  тамамланыу ихтималлығына инанды.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика