Бөгөн Рәсәй Дәүләт Думаһында  илдә торлаҡты бушлай хосусилаштырыу ваҡытын оҙайтыу тураһында альтернатив закон проекттары ҡаралды 27.01.2017

Хәбәр ителеүенсә, депутаттар уларҙың береһен һайлап алып, артабан тормошҡа ашырыуға тәҡдим итәсәк.  

Рәсәйҙә торлаҡты бушлай хосусилаштырыу  1 мартта тамамланырға тейеш. Быға тиклем думаның торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ -коммнуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса комитеты айырым категория граждандар өсөн хосусилаштырыуҙы 2020 йылға тиклем оҙайтыу тураһында закон проектын беренсе уҡыуҙа раҫларға тәҡдим итеп,  башҡаларын кире ҡаййҡҡайны.
Билдәләнгән категорияға  Ҡырымда  йәшәүселәр, шулай уҡ етем балалар һәм авария хәлендәге  торлаҡтан күсерелергә тейешле граждандар инә. Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень белдереүенсә, ведомствоның Ҡырымда һәм Севастополдә йәшәүселәр һәм айырым категория граждандарға бушлай хосусилаштырыуҙы оҙайтыу хаҡындағы закон проектына ыңғай яуап биреүе ихтмал.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика