Бөгөн Рәсәйҙә 1943 йылда Сталинград алышында немец-фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итеү көнө билдәләнә 02.02.2016

Тарихи дата уңайынан республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә ветерандар менән осрашыуҙар үтте. Саранан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы ла ситтә ҡалманы. Кисәлә Бөйөк Ватан һуғышы йылдары йырҙары, патриотик шиғырҙар яңғыраны. Һуғыш һәм тыл ветерандары ҡәһәрле һуғыш хәтирәле менән уртаҡлашты, йәш быуынға изге теләктәрен еткерҙе. Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 3-сө балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары башҡорт атлылар дивизияһы яугирын һүрәттә кәүҙәләндерә.

Сталинград, хәҙерге Волгоград ҡалаһы өсөн һуғыш стратегик әһәмиәттән тыш, идеологик маҡсатҡа ла эйә булған. Ил башлығы исемен йөрөткән ҡаланы алыу өсөн Гитлер ҙур көстәр ебәрә. Сталинградты дошмандар аҙна-ун көн эсендә генә ҡулға төшөрөргә иҫәп тота. Ләкин, вермах Паулюстың планы тормошҡа ашмай. Ярты йылға һуҙылған ҡан ҡойошло бәрелештә ҡала нигеҙе һаҡлап алып ҡалына. Башҡортостандан Сталинград өсөн һуғышта меңдәрсә кеше ҡатнашҡан. Данлыҡлы 112-се атлы дивизияның яу юлы ошонда башланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика