Бөгөн Рәсәйҙә 1943 йылда Сталинград алышында немец-фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итеү көнө билдәләнә 02.02.2016

Фашист илбаҫарҙарының 1942 йылдың йәйендә илдең көньяғында совет ғәскәрҙәрен юҡ итеү хаҡында планы тормошҡа ашмай. Сталинград алышының тәүге этабы 1942 йылдың 17 июлендә башлана.

Тағы ла дүрт айҙан - 1942 йылдың 19 ноябрендә совет ғәскәрҙәре дошманға ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтеп, контратакаға күсә.  Ҡаты алыштар һәр йорт һәм урам өсөн бара.  Сталинград оборонаһы дауам иткән 200 көн ил тарихына иң  ҡан ҡойошло  алыштар булып ингән.  Башҡортостандан Сталинград өсөн яуҙарҙа меңдәрсә кеше ҡатнашҡан.  Данлыҡлы 112-се атлы дивизияның яу юлы ошонда башланған. Тарихи дата уңайынан бөгөн республиканың барлыҡ  төбәктәрендә лә ветерандар менән осрашыуҙар үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика