Бөгөн Наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

Бөгөн Наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй 11.03.2015

Был ведомство ун ике йыл элек ойошторола.

Ошо ваҡыттан алып республикала наркотиктарға ҡаршы эшмәкәрлек етди алып барыла. Хоҡуҡ һаҡлау һәм профилактика эше йылдан-йыл камиллаштырыла, синтетик матдә ҡулланыусыларҙы алдан  асыҡлау, дауалау, реабилитация курстарын үткәреү үҫеш ала. Ун ике йыл эсендә наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы 22 мең енәйәт эше һәм 14 мең административ-хоҡуҡ боҙоу осрағын асыҡлаған. Синтетик матдә таратыусы 3 мең 700 төркөм эшмәкәрлеге тикшерелгән. Идаралыҡ мәғлүмәттәре буйынса, биш мең енәйәтсе хөкөм ителгән.  
Александр Митюков, наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе: «Һалынған административ штрафтар күләме 15 миллион һум тәшкил итә. Законһыҙ әйләнештән 3 мең тоннаға яҡын наркотик тартып алынды. Шул иҫәптән 207 килограмм героин, 400 килограмм мәк һаламы, 1650 кг марихуана».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку