Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Рәсәйлеләр флэшмобы үтте

Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Рәсәйлеләр флэшмобы үтте 12.12.2014

Поэтик сара Рәсәй  Конституцияһы көнөнә арналды. Бынан тыш, уҡыу йортонда бер ай элек иғлан ителгән Мостай Кәримдең «Рус түгелмен, ләкин россиян мин» шиғырын уҡыусылар конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Видеояҙмалар донъяның төрлө төбәктәренән килгән, бөгөнгө флэшмобта уларҙың иң лайыҡлылары күрһәтелде.

Быйыл Рәсәйҙең төп законы ҡабул ителеүгә 21 йыл тулды. Бер йыл үткәс  дәүләт байрамы статусы алған. Ошо ваҡыттан алып ул күп милләтле Рәсәй халҡының уртаҡ байрамы һанала. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үткән сара ла быға асыҡ миҫал. Студенттар Мостай Кәримдең шиғырҙарын башҡорт, татар, рус, ҡаҙаҡ, француз һәм башҡа телдәрҙә һөйләп ишеттерҙе. Конкурсҡа килгән видеояҙмаларҙы Йәштәр йәмәғәт палатаһының социаль селтәрҙәге төркөмөндә ҡарарға була. Ойоштороусылар фекеренсә, сара милләт-ара татыулыҡты нығытыуҙа оло әһәмиәткә эйә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку