Бөгөн Мәскәүҙән ҡайғылы хәбәр килде

Бөгөн Мәскәүҙән ҡайғылы хәбәр килде 23.12.2016

94-се йәшендә легендар шәхес, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов арабыҙҙан китте.

Ҡотдос Ҡәниф улы Латипов 1923 йылда Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылында тыуған. Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлағандан һуң Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1940 йылда Белорет аэроклубын, 1942  йылда Свердловск ҡалаһында хәрби авиация мәктәбен тамамлай. 1941 йылдың ноябренән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Волхов, Калинин, Көнбайыш һәм Икенсе Украин фронттарында хеҙмәт итә.   Һуғышта ул 134 тапҡыр һауаға күтәрелеп, дошмандың бер пуляһы ла теймәй яуҙан иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн башҡорт егете  Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика