Бөгөн Мәскәү хәрби округ суды террор ғәмәле йәйелдерергә ниәтләгән Башҡортостан егеттәренә ғәйепләү ҡарары сығарҙы

Бөгөн Мәскәү хәрби округ суды террор ғәмәле йәйелдерергә ниәтләгән Башҡортостан егеттәренә ғәйепләү ҡарары сығарҙы 09.04.2015

Енәйәтсел төркөмдә дүрт кеше – «Хизб ут-Тахрир әл-Ислами» халыҡ-ара террорсы ойошмаһы ағзалары. Егеттәр ғәйебен таныған, әммә был хөкөм ҡарарын йомшартмай.  

Күп китаптар уҡыу һәм исламға ҡарата һөйөү. Өфө һәм Өфө районында йәшәүсе егеттәрҙе ысын мосолмандар тип ҡабул итергә мөмкин булыр ине. Әммә Федераль именлек идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙа сәйер һыҙаттарын шәйләп ҡала.  Евгений Кулагиндың «Ислам азатлығы» партияһының  әүҙем ағзаһы   булыуы асыҡлана. Ул әшнәләре  Сатаев, Хәмәҙиев, Ғарифйәнов менән төбәк структураһы төҙөй.    
«Хизб ут-әл- Тахрир» Рәсәйҙә террорсы ойошма булараҡ танылған.  Йыйылыштары  ғәҙәттә, йәшерен һәм ябыҡ шарттарҙа үткән,  ағзаларының һәр береһенә билдәле бер эш йөкмәтелгән.  
Улар  Рәсәй Конституция төҙөлөшөн бөтөрөргә саҡырған. Ирекле эшмәкәрлек алып барһалар республиканың егерменән ашыу кешеһен ҡара ниәттәге ғәмәлгә яллау ихтималлығы булған. Әммә тейешле органдар шикле төркөмдө ваҡытында ҡулға алып өлгөрә.
Енәйәтселәрҙең ғәйебен таныуын иҫәпкә алһа ла суд ҡарары ҡаты.  
Ислам  тыныслыҡҡа,  татыулыҡҡа, игелекле булыуға әйҙәй. Мосолман үҙенең уйҙары менән дә таҙа, саф һәм паҡ булырға, ихласлыҡҡа ынтыла. Ә динде яуыз маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҡулланырға маташыу ошондай күңелһеҙ хәлдәргә алып килеүе бар.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика