Бөгөн Липецк өлкәһенең Лобановка ауылында 112-се Башҡорт кавалерияһы девизияһы иҫтәлегенә таҡтаташ урынлаштырылды

Бөгөн Липецк өлкәһенең Лобановка  ауылында 112-се Башҡорт кавалерияһы девизияһы иҫтәлегенә таҡтаташ урынлаштырылды 09.05.2015

Легендар яҡташтарыбыҙ - Шайморатовсылар Олым йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдарҙы фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡабатланмаҫ ҡаһарманлыҡ күрһәтә.

Тербуны ауылы янындағы  ҡаты бәрелештәрҙә 294-се полк командиры майор Гәрәй Нафиҡов һәләк була. Миәкә районы батыры төнгө ҡараңғылыҡты файҙаланып Лобановка ауылын фрицтарҙан азат итергә ҡарар итә. Һөжүм  ваҡытында зәһәрләнеп  китеп уның төркөмө төп көстәрҙән айырыла. Төнө буйы барған алышта Гәрәй Нафиҡов батырҙарса башын һала.  Тербуны, Борки, Лобановка һәм башҡа ауылдар  халҡы башҡорт атлыларының яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Легендар дивизияға арнап  таҡтаташ ҡуйылыуы ла ошо хәҡиҡәтте тағы бер тапҡыр иҫбатлай. Уны урынлаштырыу тантанаһында Башҡортостан вәкилдәре, Липецк өлкәһендә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа ҡатнашты. Телефон аша Замир Вахитов хәбәр итә.
Был алыштарҙа дүрт мең тирәһе генә Башҡорт атлылары немецтарҙың «Үле баштар» тип йөрөтөлгән 14 меңлек дивизияһына  ҡаршы тора.  Тап ошо ерҙәрҙә Гитлер баҫҡынсыларының һөжүме һындырыла һәм Совет армияһы дошманды кире өңөнә ҡыуа башлай. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы данын, тыныслыҡ өсөн үҙ ғүмерен йәлләмәгән батырҙар иҫтәлеген бында ҡәҙерләп һаҡлайҙар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку