Бөгөн Ленинград блокадаһын тулыһынса өҙөүгә 72 йыл тулды

Бөгөн Ленинград блокадаһын тулыһынса өҙөүгә 72 йыл тулды 27.01.2016

Ленинград, Волхов һәм 2-се Балтик буйы фронттары армияһы, немец ғәскәрҙәрен тар-мар итеп, бөтә өлкәне тиерлек азат итә. 1944 йылдың 27 ғинуар кисендә  байрам салюты бирелә.

Мәшһүр ҡаланы обороналауҙа меңәр¬ләгән совет яугиры, тиңһеҙ ҡаһарман¬лыҡ, батырлыҡ өлгөһө күрһәтеп, мәң¬ге¬лек дан яуланы. Тарихи дата уңайынан бөгөн илдең барлыҡ төбәктәрендә лә блокадасылар тәбрикләнде. Өфөнөң «Еңеү паркы»нда «Блокада икмәге» акцияһы үтте. Республиканың йәмәғәт палатаһы тарафынан ойошторолған сарала ирекмәндәр  блокада рецебы буйынса бешерелгән 125-шәр грамм икмәк таратты. Ә инде Санкт-Петербургта уҙған акция Нева проспектының 14-се йорто эргәһендә башланды. Тап ошо өйҙөң стенаһында «Урамдың был яғы артиллерия уты ваҡытында нығыраҡ хәүефле» тигән яҙыу әле лә һаҡланып ҡалған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку