Бөгөн Ленинград блокадаһын өҙөүгә 71 йыл

Бөгөн Ленинград блокадаһын  өҙөүгә 71 йыл 27.01.2015

Тарихи мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Ленинград, Волхов һәм 2-се Балтик буйы фронттары армияһы, немец ғәскәрҙәрен тар-мар итеп, тотош өлкәне тиерлек азат итә. 1944 йылдың 27 ғинуар кисендә  байрам салюты бирелә. 900 көндө һәм 900 төндө осон-осҡа ялғап республикала йәшәүсе Ленинград ҡалаһы балалары ул мәлде бөгөн дә әсенеп иҫкә ала. Тарихи дата уңайынан бөгөн баш ҡалала йәшәүсе блокадасылар тәбрикләнде.

Апалы-һеңлеле Уразбәхтиналар йыл һайын 27 ғинуарҙы тулҡынланып  ҡаршы ала.  Ленинград ҡалаһына улар ауыл хужалығын коллективлаштырыу осоронда барып төпләнә. Аталары Молотов исемендәге Киров заводында эшләй, ә  ун ике бала тапҡан әсәләре  йорт мәшәҡәттәре менән мәшғүл була. Бөйөк Ватан һуғышы башланһа ла, Уразбәхтиндар Башҡортостанға ҡайтырға ашыҡмай. Ә инде Ленинград ҡамауҙа ҡалғас, яҡташтарыбыҙҙың тормошо бөтөнләй икенсе боролош ала. Аслыҡ, яланғаслыҡ көндәрен Шакирә Уразбәхтина-Бикбулатова әсенеп хәтерләй.
Ленинградтан ғаилә 1943 йылда эвакуациялана. Блокадала уларҙың тик дүртеһе генә иҫән ҡала. Апалы-һеңлеле туғандар Украинала барған хәл-ваҡиғаларға ла тыныс ҡына ҡарай алмай. Улар Донецк менән Луганск ҡалаларын Ленинградҡа тиңләй.
Иҫтәлекле дата уңайынан республика төбәктәрендә лә хәтер вахтаһы, концерт, тематик күргәҙмәләр, лекциялар ойошторолдо. Өфөнөң 35-се мәктәбе уҡыусылары өсөн дә был көн әһәмиәтле булды. Уҡыусылар Ленинград блокадаһының тере шаһиты менән осрашты.
Блокада башланғанда Камилә Чертоваға өс йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, ул был көндәрҙе бөгөнгөләй хәтерләй. Уҡыусылар ҡунаҡтары һөйләгәндәрҙе ихлас тыңланы. Балаларҙы ул ихтирамлы булырға, Ватан ҡәҙерен белергә саҡырҙы. Камилә Йосоп ҡыҙы Ленинградта бер туған апаһы менән генә иҫән ҡала. Уларҙы эшелондан эшелонға ултыртып, тәүҙә Иванов өлкәһенә, һуңынан Өфө балалар йортона ебәрәләр. Ошонда төпләнеп, белем алғас Ленинград ҡыҙы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эш башлай. Әйткәндәй, 83 йәштәге апаһы әле Санкт-Петербургта йәшәй. Тыуған төбәк ауыр хәтирәләр ҡалдырһа ла, һағынып иҫкә алам, ти ханым.
Камилә Чертова: «Миңә барыбер Санкт-Петербург - элекке Ленинград булып ҡала. Паспортымда ла тыуған ҡалам Ленинград тип яҙылған. Әлбиттә, ул үҙенә тарта. Бөтә күңелем менән бөгөн үк күсеп китергә ризамын. Бала саҡ хәтирәләремде иҫкә төшөрөп ҡала урамдары буйлап үткем килә,  туғандарым да Ленинградтың Пискарев исемендәге зыяратта ерләнгән».
900 көн, 900 төн барған Ленинград блокадаһында, төрлө мәғлүмәттәргә ярашлы, 800 меңдән алып миллиондарса кеше һәләк булған. Был һан әлегәсә аныҡ ҡына билдәһеҙ...
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку