Бөгөн «Ләлә»  мәсетендә Ҡөрьән уҡыусылар араһында «Мин исламды өйрәнәм» Бөтә Рәсәй конкурсы үтте 26.08.2015

Бәйгелә Башҡортостан, Ульянов,Силәбе өлкәләренән биштән ун алты йәшкәсә балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашты. Улар дүрт номинация буйынса ярышты. Ун ете команда араһында Силәбеләргә етеүсе булманы, ә икенсе һәм өсөнсө урынды
Өфө ҡалаһы һәм Ҡариҙел районынгың Йәштәр ҡасабаһынан килеүселәр бүлеште.

Мәсет манараларын яңғыратып ҡөръән сүрәләре яңғырай. Изге китаптың ниндәй бите асылған, шул урынды матур итеп тасури  уҡыу шарт. Конкурста ҡатнашыусылар  командалар  менән килгән. Шишмә районынан ун бала. Мәсеткә бер- ике йыл ғына йөрөүҙәренә ҡарамаҫтан,  сүрәләрҙе ятларға, дин ҡушҡанса  йәшәргә өйрәнгәндәр.  
Ҡөръән уҡыуҙан тыш балалар төрлө һорауҙарға  яуап бирҙе. Конкурс шарттарына быйыл кроссворд сисеү ҙә индерелгән.Уларҙың сығышын  дин әһелдәре баһаланы.
Ҡөрьән уҡыусылар араһында Анастасия Букитая ла бар. Атаһы белорус, әсәһе рус милләтенән булған ҡыҙ ислам динен ҡабул иткән. Благовар районы Былышлы ауылында йәшәүсе үҫмер балалар араһында  мәсеткә бер үҙе генә  йөрөй икән. Иман йорто аҙнаһына бер тапҡыр - йома көндө асыла, ти. Өфөгә уны дин нигеҙҙәрен өйрәтеүсе Фәрәзинә Әмирханова  алып килгән.  Ун өс йәшлек ҡыҙ  «Ясин»  уҡый белә, «Аятел Көрси», «Фәтиха», «Ихлас»  сүрәләрен ятлаған.
Ислам динен тотоусы балалар йәйге каникулдарын да  ғилем арттырып  үткәрергә күнеккән. Шулай ҙа ойоштороусылар билдәләүенсә,  конкурста ҡатнашыусылар уҙған  йылдар менән сағыштырғанда, әҙерәк. Элек өс йөҙләп булһа быйыл  йөҙгә яҡын шәкерт  конкурста үҙ көсөн һынап ҡараны. Уларҙың күбеһе кескәйҙәр. Ә конкурс шарттары еңелдән түгел.
Шуныһы һоҡландыра,  балалар ғәрәп теленең еңел үҙләштерелеүен билдәләй. Конкурс  ислам дине ҡанундарын белеп, дин ҡушҡанса йәшәүселәрҙе берләштерә,  кескәй генә йөрәктәрҙә иман нуры уята. Дин  әхләҡҡә, тәртипкә өйрәтә, боҙоҡлоҡтарҙан һаҡлай, бәләкәйҙән уны күңеленә һендергән бала көслө  рухлы булып үҫә.        
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика