Бөгөн кинологтар һөнәри байрамын билдәләй 21.06.2016

Хеҙмәт эттәре менән эшләү структуралары һәр ведомствола тиерлек бар, махсус өйрәтелгән дүрт аяҡлылар вокзалдарҙы, аэропорттарҙы һаҡлай, шартлатҡыстар, наркотиктар эҙләй, енәйәтселәрҙе таба. Улар шулай уҡ ниндәйҙер сәбәп менән ишелгән бина емереклектәре араһында ҡалған кешеләрҙе ҡотҡарыу эшенә тос өлөш индерә. Башҡортостан буйынса хөкөм ҡарарҙарын башҡарыу федераль хеҙмәте идаралығы системаһы кинологтары байрамдарын үҙ-ара ярыш менән ҡаршыланы.

Юта ҡушаматлы овчарка һиҙгерлек бәйгеһендә ҡатнаша. Ҡағиҙәләр ябай - ул үҙенә алдан еҫкәтелгән аяҡ кейемен башҡалар араһында табырға тейеш. Кәрәкле әйберҙе тапҡас Юта инструкторына был турала хәбәр итә.
Кешенән айырмалы рәүештә, эттәр донъяны тап танауы ярҙамында танып белә. Шуға ла улар миллионлаған еҫтәрҙе айырыу һәләтенә эйә. Махсус өйрәтелгән эттәр бер нисә сәғәттән һуң да кеше эҙен таба ала.
Инструкторҙар эттәрен яҡшы күрһәткестәре өсөн иркәләтеп алырға ла онотмай.
Конкурстар араһында енәйәтсене ҡыуып тотоу, наркотик һәм башҡа билдәле бер предметты еҫе буйынса табыу, инструкторҙың командаларын еренә еткереп үтәү. Был хайуандарҙы ҡорал атыуынан, өҫтөнә ябырылып килгән дошмандан да ҡурҡмаҫҡа өйрәтәләр.Эттәр колониялар хеҙмәткәрҙәренең төп ярҙамсылары. Улар менән утҡа ла, һыуға ла инергә була. Сөнки овчаркалар шулай уҡ инструкторын һаҡлау функцияһын да үтәй. Өйрәтелгән эттән хатта автомобилдә лә йәшенеп ҡотолмаҫһың.
Быға инструкторҙар оҙайлы күнекмәләр ярҙамында өлгәшә. Эттәр менән көн һайын етди эшләйҙәр, йылдар үткәс улар хужаһын һүҙһеҙ ҙә аңлай башлай. Бөгөн тәрбиәләнеүселәренең оҫталығын күрһәткән инструкторҙар Рәсәй күләмендә үтәсәк кинологтар ярышына әҙерләнә.
Дмитрий Комаров, хөкөм ҡарарҙарын башҡарыу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығының кинология хеҙмәте етәксеһе: «Бөгөн 13-се холоҡ төҙәтеү колонияһы нигеҙендә үткән ярышта 5 кинолог ҡатнаша, улар республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған һәм үҙ учреждениеһында иң танылған белгестәр. Уларҙың 3-һе Рәсәй кимәлендә үтәсәк беренселектә ҡатнашасаҡ».
Баш ҡалалағы 13-се холоҡ төҙәтеү колонияһы төрлө кимәл ярыштар ҡабул итеүҙән тыш һирәк осрай торған тоҡомло эттәр сығарыуы менән дә дан тота. Тик бында бүре һәм эт ҡатнаш 4 волкособ хеҙмәт итә. Уларҙа ике ғаиләнең дә иң яҡшы сифаттары ҡушылған. Был тоҡом тағы ла һиҙгерерәк һәм сыҙамлыраҡ булыуы менән айырылып тора. Волкособтарҙың зиһен ҡеүәһе лә юғарыраҡ. Яртылаш ҡырағай хайуандар ҙа бөгөн йәмғиәттең именлеген тәьмин итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика