Бөгөн киң йәмәғәтселек виртуоз ҡумыҙсы һәм өзләүсе Роберт Заһретдиновты һуңғы юлға оҙатты

Бөгөн киң йәмәғәтселек  виртуоз ҡумыҙсы һәм өзләүсе Роберт Заһретдиновты һуңғы юлға оҙатты 02.03.2016

Мәрхүм менән хушлашыу Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙҙы. Роберт Абдрахман улының яҡындары, яҡташтары,  уҡыусылары  шәхес хаҡында йылы иҫтәлектәре менән бүлеште.

Роберт Абдрахман улы 1932 йылдың 16 декабрендә Мәсетле районында донъяға килгән. Өфө сәнғәт училищеһын, Свердловск музыка-педагогия институтын тамамлаған.  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ-ара өзләү фестивалдәре еңеүсеһе, «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы» халыҡ-ара конкурсында бер нисә тапҡыр  лауреат исемен яулаусы.
«Ҡумыҙҙа уйнау мәктәбе» китабы өсөн ул Д.Сорос исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ булды. Роберт заһретдинов башҡорт ҡумыҙын бөтә доонъяға танытҡан,  музыкаль уйын ҡоралында бик күптәрҙе уйнарға өйрәткән кеше. Оҫтаның башланғысы менән республикала ҡумыҙсылар һәм өҙләүселәр конкурсы үткәрелеп килә, Мәсетлелә ҡумыҙ музейы асылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку