Бөгөн киң йәмәғәтселек Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаевты һуңғы юлға оҙатты 28.09.2016

Мәрхүм менән хушлашыу Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтте.  

«Һәр бер кеше ерҙә берәү генә» - Абдулхаҡ Игебаевтың 1995 йылда яҙған шиғыры. Баймаҡ районының Күсей ауылында 1930 йылда донъяға килеп  һуғыш йылдары ауырлығын үҫмер  үҙ иңендә татып үҫә. Бала сағынан етем ҡалып Темәс  балалар йортонда тәрбиәләнә.
Әҙәбиәткә   ул  1949 йылда  «Сирень сәскәһе» шиғыры менән килеп инә. Үҙен тос фекерле шағир булараҡ танытҡан шәхес  «Ҡыҙыл таң», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәре һәм «Ағиҙел»журналы редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. Утыҙ йылға яҡын  «Ағиҙел» журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара.
Абдулхаҡ Хажимөхәмәт улының беренсе китабы- «Йәшлек йыры» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Шунан бирле авторҙың Өфө, Ҡазан һәм Мәскәү нәшриәттәрендә  утыҙҙан   ашыу китабы донъя күрә.
«Оран һала Ер-әсә» поэмаһы һәм байтаҡ ҡына шиғырҙары рус, татар, ҡырғыҙ,  ҡаҙаҡ, үзбәк, яҡут һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Бик күп шиғырҙарына йыр сәнғәтенең алтын фондына ингән әҫәрҙәр ижад ителгән. Әҙип - мөхәббәт, йәшлек романтикаһына, тыуған ергә  дан йырлай.
Ул - балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә әүҙем эшләй һәм кескәйҙәр күңеленә үтеп инерлек шиғырҙар яҙа.  
Адулхаҡ Игебаев  87-се йәшендә донъя ҡуйҙы. Шағир  башҡорт әҙәбиәтендә  хаҡ әйтелгән һүҙҙәре менән халҡыбыҙ күңелендә мәңге һаҡланыр.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика