Бөгөн - хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө, яҙ һәм хеҙмәт байрамы 01.05.2015

1 май донъяның 142 илендә төрлө исемдәр аҫтында билдәләнә.  Был байрамдың тарихы 19-сы быуат  уртаһына барып тоташа. Ул ваҡытта эшселәр һигеҙ сәғәтлек эш көнө талап итеп митингҡа сыға.   Бөгөн  лозунгтар башҡасараҡ, әммә төп мәғәнә шул уҡ - хеҙмәт кешеһе өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙырыу.  

Быйылғы митингтың төп девизы - хаҡтарға ҡағыла. Аныҡлабыраҡ әйткәндә,  сараға килеүселәр хаҡ артыуға бәйле,  хеҙмәт хаҡының да  күтәрелеүен талап итә. Шулай уҡ күптәрҙең ҡулында  эш урындары,  эшсе һөнәрҙәргә иғтибарҙы арттырыу, студенттарға стипендия, хаҡлы ялдағыларға пенсияны күтәреү хаҡындағы  лозунг-плакаттарҙы күрергә мөмкин.    
Майҙанға йыйылыусылар алдында  Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай, Өфө ҡалаһы  хакимиәте етәкселәре, сәйәси фирҡә вәкилдре,  йәмәғәт ойошмалары ағзалары сығыш яһаны.  Улай әйтеүенсә,  хеҙмәт кешеһе ныҡлы киләсәктең, иҡтисадтың тотҡаһы һәм ул  иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡлы.
Митингҡа 10 меңдән ашыу кеше йыйылды.  Күптәр майҙанға ғаиләләре менән килгән. Был байрамды бигерәк тә  өлкән  һәм урта быуын  вәкилдәре көтөп ала. Сөнки 1 май улар күңелендә  сағыу һәм бәхетле баласаҡ хәтирәһе булып йәшәй.  
Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек көнөнә арналған саралар бөгөн республиканың бар төбәктәрендә лә үтте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл байрамдың Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан билдәләнеүе  айырыуса әһәмиәтле. Сөнки тап берҙәмлек, дуҫлыҡ, теләктәшлек тойғоһо  һуғыш йылдарында  еңеп сығырға ла ярҙам итә.
Бөгөнгө митинг та кешеләр ҡулдарына тотоҡан  төрлө төҫтәге ошо шарҙар һымаҡ, ул төрлө милләт, быуын, һөнәр эйәләрен бергә йыйҙы. Йылдар дауамында был байрамдың исеме үҙгәреп торһа ла, уның төп мәғәнәһе, асылы шул килеш ҡала. 1 май - дуҫлыҡ һәм хеҙмәт, ябай эш кешеһен данлау байрамы.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика