Бөгөн - Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө

Бөгөн - Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө 01.10.2015

Был дата 1991 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының  Генераль Ассамблеяһы ҡарарына ярашлы барлыҡҡа килә. Рәсәйҙә ул 1992 йылдан билдәләнә. Байрамдың маҡсаты оло йәштәгеләрҙең проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын көсәйтеү, өлкәндәрҙе әүҙем тормошҡа йәлеп итеү өсөн саралар күреү. Ғәҙәттәгесә, республика район -ҡалаларында бөгөн өлкән быуын вәкилдәрен тәбрикләү тантаналары үтте, мәҙәни программалар, байрам табындары ойошторолдо

Иглин районы Мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөндә оҙаҡ йылдар татыу ғүмер иткән ғаилә парҙары тәбрикләнде. Фәриҙә менән Әбүзәр Шәмсетдиновтар 60 йыл инде тормошта ҡулға-ҡул тотоноп атлай. Әбүзәр Хәләфетдин улы тыл ветераны. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тырыш хеҙмәте өсөн тәүге миҙалын 12 йәшендә алған. 40 йыл водитель булып эшләгән. Хеҙмәт ветеранының исеме райондың почетлы китабына индерелгән. Фәриҙә Шәрипйән ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә лә рәхмәт һүҙҙәре генә.  Өс бала, ике ейән һәм бер бүлә тәрбиәләгән бәхетле пар йәштәргә оло үрнәк.    
Байрамда өлкән быуын вәкилдәрен балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары бай концерт программаһы менән шатландырҙы. Ветерандар  байрам табынында  тормош хәтирәләрен тағатты. Ололар көнөнә арналған байрам тантанаһы "Башҡортостан" дәүләт телерадиокоманияһында  ла үтте.  Бында бар ғүмерен  телевидение һәм радио менән бәйләгән хеҙмәт ветерандары тәбрикләнде. Ғүмер буйы әүҙем тормош алып барып, йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнаған  хеҙмәткәрҙәр бөгөн дә әүҙем тормош позицияһын юғалтмай. Улар  зәңгәр экрандар аша бар тапшырыуҙарҙы  ҡарап, радио тулҡындарындағы программаларҙы тыңлап бара.
Бөгөн байрам тантаналары республиканың башҡа төбәктәрендә лә үтте. Был көн өлкәндәр өсөн осрашыу, хәтирәләрҙе тағатыу көнө лә булып тора.  
Өлкән йәштәгеләр  көнөн билдәләү хәҙер матур йолаға әйләнеп бара. Ололар был  байрамды һағынып көтөп ала. Ихтирам, хәстәрҙе тойғанда ҡартлыҡ та шатлыҡ, ти улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку