Бөгөн - Халыҡ-ара инвалидтар көнө 03.12.2014

Ошо уңайҙан республиканың барлыҡ уҡыу йорттарында ла тиерлек изгелек аҙналығы, асыҡ дәрестәр уҙғарыла.

Акциянан Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. Изгелек дәресен Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова үҙе алып барҙы. Сенатор физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәмғиәтебеҙҙең тулы хоҡуҡлы ағзаһы булыуын аңлатты. Осрашыу эшлекле шарттарҙа үтте. Лилиә Салауат ҡыҙы биргән һорауҙарға уҡыусылар кемуҙарҙан яуап бирҙе.
Асыҡ дәрестең тап Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында үтеүе осраҡлы түгел. Белем усағында тиҫтәгә яҡын мөмкинлектәре сикләнгән бала белем ала. Улар араһында гимназияға йөрөп уҡыусылар ҙа, өйҙә шөғөлләнеүселәр ҙә бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика